Мы поможем в написании ваших работ!
ЗНАЕТЕ ЛИ ВЫ?
|
Тормоштан йәм табып йәшәй
ХАЛЫҠ СӘСӘНИӘҺЕ АЛТЫНБИКӘ Китап
Баш һүҙ
Тормоштан йәм табып йәшәй
Фәүзиә апай ете йыл элек минең тормошома уйламағанда, көтмәгәндә килеп керҙе лә уның айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әйләнде. Донъяға ҡарашыбыҙ ҙа, теләк-маҡсаттарыбыҙ ҙа, мауығыуҙарыбыҙ ҙа оҡшаш булып сыҡты. Хатта ғаилә хәлебеҙ ҙә: ипле холоҡло Әнүәр ағай менән улар беҙҙең һымаҡ ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр, ете ейән-ейәнсәргә олатай-өләсәйҙәр. Ул ғына ла түгел, шиғриәт тә икебеҙҙең дә күңел талабына әйләнгән.
Был сифаттар беҙҙе фекерҙәштәргә, дуҫтарға әйләндерҙе, әленән-әле район, республика кимәлендәге төрлө мәҙәни сараларҙа осраштырҙы, төрлө хәл-ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнарға сәбәп булды, икебеҙ ҙә 2019 йылда бер үк көндә милләтте туплауҙа, башҡорт телен, мәҙәниәтен, рухиәтен һаҡлау, үҫтереү өлкәһендә күрһәткән әүҙем һәм һөҙөмтәле хеҙмәтебеҙ өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалын алып ҡыуандыҡ. Фәүзиә апай ярһыу йөрәкле, көслө ихтыярлы, ниндәй генә ҡаршылыҡтар, ауырлыҡтар булмаһын, бөтәһен дә еңеп, үҙ маҡсатына ирешмәйенсә туҡталып ҡалмай торған заттан. 60 йәшкә тиклем ул ҡәҙимге ябай ауыл ҡатыны тормошон алып барған: "Родина" совхозында диспетчер булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан, баҡса үҫтергән, мал-тыуар, ҡош-ҡорт тотҡан, ике ҡыҙына махсус урта белем, һөнәр алырға ярҙам иткән, өй йылыһын һаҡлар хәстәрлекле хужабикә булған. 2011 йылдың аҙағы Әсәйҙәр көнө уның яҙмышына ҡырҡа үҙгәрештәр алып килә. Ул шиғырҙар яҙа башлай. 60 йәшен ҡаршылағанда уның 11 шиғыры була. “Ғүмеремдең көҙгө балҡышы” (2014 йыл) тигән китабының инеш һүҙендә ул былай тип яҙа: “Минең шиғырҙар яҙа башлауым изге Ҡөрьән китабын бер тапҡыр тырыша-тырыша ғәрәп телендә уҡып сыҡҡас башланды бит! Быны мин Аллаһы Тәғәләнең биргән бик ҙур бүләге итеп ҡабул иттем һәм был бүләк - илһамымды бик ҡәҙерләп һаҡлайым, Аллаһы Тәғәләгә мең-мең шөкөрҙәр итәм, ул миңә, ҡайҙа барһам да, юлдарымды асып торҙо, эргәмдә гел үҙем шикелле асыҡ кешеләр, ышаныслы дуҫтарым булды”. Әҙәби жанр төрҙәре тураһында махсус белемгә эйә булмаған Фәүзиә апай бына шулай ҡойон кеүек әҙәбиәт донъяһына килеп инә, халыҡсан телдә ижад ителгән әҫәрҙәре менән уҡыусыларының күңелен яулай, 2012 йылда “Күңелем ынйылары” исемле тәүге шиғри йыйынтығын үҙ иҫәбенә баҫтырып сығара. Интернет селтәрендәге төрлө төркөмдәргә әҫәрҙәрен тәҡдим итә һәм оҙаҡ та үтмәй районда ғына түгел, рес-публикала билдәлелек яулай. Ҡайһы ваҡыт тыйып торалмаҫлыҡ Шиғыр һүҙе биләй уйҙарҙы. Ҡәләм алып һүҙҙәремде теҙәм, Юғалтмайым, тием уларҙы. Ваҡыт айырмаһы юҡ уларға, Көнмө-төнмө, иртә-кисме ул, Аңлатып та ғына булмай торған Тылсымлы ла булған хисме ул? –тип яҙа шағирә үҙенең кисерештәре тураһында. Фәүзиә апай иртә-кис, көн-төн тип тормай, тәүлегенә 4-5-әр әҫәр ижад итә, йыл һайын бер-бер артлы шиғри йыйынтыҡтарын баҫтырып сығара. 2015 йыл Әҙәбиәт йылы иғлан ителгәс, “Шоңҡар” журналы “Киске Өфө” гәзите менән берлектә Айҙар Байыҡ сәсән исемендәге Сәсәндәр бәйгеһе ойоштора, был сараға Фәүзиә апай ҙа саҡырыла. Әлегеләй иҫемдә, уға ҡобайыр, эпостарҙың үҙенсәлеген аңлатыуым, “Урал батыр” эпосынан бәйгелә һөйләр өсөн өҙөк һайлауым, милли кейемдә барырға кәңәш иткәнем. Фәүзиә апай Салауат районында үткән Сәсәндәр бәйгеһенән 2-се дәрәжәле Дипломға лайыҡ булып, тәжрибә туплап, бик күп дуҫтар, фекерҙәштәр табып ҡайтты ла, ең һыҙғанып эпик әҫәрҙәр ижад итергә тотондо, үҙенә ҡыҙ фамилияһына ауаздаш псевдоним алып, Алтынбикә сәсәниә булып китте. 2019 йылда Башҡорт халыҡ ижады үҙәге районыбыҙҙан ике кешегә Илһам Байбулдингә һәм Фәүзиә апайға “Халыҡ сәсәне” исемен дә бирҙе. Ул 2016 йылда бәйгелә ҡатнашыусыларҙың әйтештәрен интернет селтәренән йыйып “Халыҡ ынйылары” исемле йыйынтыҡ сығарҙы. “Осто йөрәк”, “Әйтеш” төркөмдәрендә ярышты, үҙенең “Күңелем ынйылары”, “Сәсән тауышы” төркөмөн булдырҙы. 2016 йылдың октябрендә Өфөлә тәүге тапҡыр Бөтә Рәсәй Сәсәндәр фестивале үтә, унда Ғафури районынан ҡатнашҡан Илһам Байбулдин - Гран-приға, Фәүзиә апай “Башҡорт халҡының сәсәнлек традицияларын һаҡлап килгәне өсөн” Дипломына лайыҡ була. Республикала Сәсәндәр мәктәбе асылыуы тураһында иғлан ителә, Фәүзиә Ҡотлогилдина Ғафури районы Сәсәндәр мәктәбенең етәксеһе итеп билдәләнә. Ошо ваҡиғаларҙың сағылышы булараҡ, 2016 йылда халыҡ ижады жанрҙары - әкиәттәре, ҡобайырҙары, мөнәжәттәре, робағиҙары тупланған “Сәсән тауышы” китабы донъя күрә. Әле ул сығарған 14 китап донъя күргән, 9 –ҙы үҙ ижадынан. Уның һүҙҙәренә 50-нән артыҡ йыр яҙылған. Өс йыл рәттән “Ҡышҡы йәйғор” исемле уҡыусылар өсөн онлайн форматта ижад бәйгеһе иғлан итә, балаларҙың әҫәрҙәрен туплап, айырым йыйынтыҡ сығара, бүләкләү тантаналары ойоштора, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек алып бара, бер үк ваҡытта өлкәндәр менән дә әүҙем эшләй. Райондаштарын Сәсәндәр мәктәбе ағзаларынан Яугилденән Лилиә Миниязова, Юлыҡтан Рима Рафиҡова, Еректән Гөлшат Дәүләтова, Сәйетбабанан Фәниә Фәйзуллина матур-матур әҫәрҙәре, уңыштары менән ҡыуандыралар, әҙәби конкурстарҙа, флеш-мобтарҙа ҡатнашалар. Фәүзиә Ҡотлогилдина янып, дәртләнеп йәшәй, бер генә әһәмиәтле ваҡиғанан да ситтә ҡалмай. 8 йыл элек ауылдаштары уны ауылдарында староста итеп тә һайлап ҡуялар. Был юҫыҡта ла байтаҡ эштәр атҡарған: иң тәүҙә ауыл халҡына элекке административ бинаны клуб итеп юллап ала, әле бында клуб менән бер рәттән почта, медпункт үҙ урынын алған, китапхана асылған. 2018 йылда тәүге тапҡыр ауылдарының 90 йәшлек байрамын ҙур итеп үткәрәләр. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына ҡарата һуғышта ҡатнашыусыларҙың иҫтәлегенә обелиск асыуға ирешә, экологик өмәләр ойоштора, шишмә, йылға буйҙарын таҙарталар, әйтергә кәрәк, уның үҙенең дә ғаиләһе менән ҡарап-тәрбиәләп торған Селтер шишмәһе – илһам сығанағы бар. Ауылда ағинәйҙәр Фәүзиә апай етәкселегендә милли, дини йолаларҙы башҡаралар, бер генә мәҙәни саранан да ситтә ҡалмайҙар. Мөмкин булһа әгәр, һәр кешегә Өләшер ҙә инем бәхетте. Ҡулдарына тотҡан бәхет менән Булыр ине һәр кем бәхетле, - тип яҙған Фәүзиә Ҡотлогилдина телем, илем, халҡым тип береһенән-береһе матур шиғырҙар ижад итә, халҡына хеҙмәт итә, һоҡланғыс ғүмер юлы үтә. Рәмзиә МОНАСИПОВА - ижадташы, Ғафури районы ағинәйҙәре етәксеһе ,Мағаш тауышы әҙәби берекмәһенең элекке етәксеһе.
Титул Фото цветное
Фото аҫтында
Тыныслыҡ, именлек теләп Ғафуриҙән юлландым, Мәжит , Жәлил ағайҙарҙан Рух сәләмдәре алдым.
Ике ҡыҙға мин әсәймен,
Етәүгә өләсәймен, Хаклы ялда Ватанымда
Халҡым тиеп йәшәймен.
Тыуып үҫтем Иҫәкәйҙә
Йәмле Рәүҙәк буйында,
Ырыу ағастары үҫкән Өйәңкеләр янында.
Инә Шоңҡар – Әтәлге
Юрматы ҡошо була,
Ҡара алтын менән данлы
Ишембай – беҙҙең ҡала.
Тамғабыҙ бер һәнәк булһа,
Ораныбыҙ- Аҡтайлаҡ, Тауыбыҙ беҙҙең – Тора тау, Халҡыбыҙға Изге тау!
Таныштырайым үҙемде,
Алтынбикә – мин үҙем! Үҙеңдән башла һәр эште! Ошо минең төп һүҙем!
Фәүзиә Ҡотлогилдина –АЛТЫНБИКӘ
ЮРМАТЫ ҺӘМ ТАБЫН
Юрматыла тыуып үҫһәм дә мин Көстәр алам Табын ерендә, Ике ырыу- ике осар ҡанат, Башҡорт иле – тыуған илемдә. Һоҡланығыҙ, бары көнләшмәгеҙ, Мин – аҫаба үҙе еремдә, Бөркөт , ҡарағош һәм ыласындар Оя ҡорған Урал илендә. Юрматыла тыуған сая ҡыҙҙы Табын ырыуы ла үҙ итте, Ике ырыу халҡын берләштереп Араларҙа йөрөр ҡыҙ итте. Бик боронғо көслө ике ырыу Күп эштәрҙең тора башында, Изге эштәр яҙыла баралар Башҡорт ҡаяһының ташында. Ут күрше булған ике ырыу Борондарҙан татыу йәшәгән, Бер-беренә ҡунаҡҡа йөрөшөп Оло Йыйындарҙы үткәргән. Арҡа терәр таяныс булғандар Дошман яуы баҫып ингәндә, Байрам табындарын уртаҡ иткән Баҫҡынсылар яуын еңгәндә. Маҡарҙа бар мәғрүр Уҡлыҡаям, Ғафуриҙә Уҡлыҡаям бар, Сәсән йәйәһенән уҡ атырға Дәрт янында ғәйре дарман бар! Алтын миҙалдарҙың кәрәге юҡ, Халҡым мине үҙе ҙурланы, Юрматыла тыуған ябай бер ҡыҙ Тирә-яҡта һөйөү яуланы! Яуланым мин үҙ хеҙмәтем менән Үҙ һүҙҙәрем әйтеп кәрәк мәл, Саялығым минең булмышымдан Әйткән һүҙем сыға йөрәктән! Тыуып үҫтем гүзәл Иҫәкәйҙә Ырыу ҡошо беҙҙең – Әтәлге, Ишембайҙыр беҙҙе йыйыр ҡала, Ырыу ағаҫыбыҙ –Өйәңке. Ырыу ҡошом Әтәлгеләй осоп Иңләйем мин аяҙ күктәрҙе, Башҡорт ҡаяһында оя ҡороп Йыйҙым яндарыма күптәрҙе. Шоңҡар инәһе мин – Әтәлгемен, Ырыу ҡошом үргә сөйәмен, Юрматыны һәм Табынымды ла Икеһен дә берҙәй һөйәмен! Рәсәй ҡаяһында ғорур балҡыр Башҡортостанымдың әләме, Ҡулдарымда - Раббым бүләк иткән Илһам ҡанатының ҡәләме! Фәүзиә Ҡотлогилдина –АЛТЫНБИКӘ 20.03.2017
БАШҠОРТОСТАН
Рәсәйемдең ҡуйынында Тыуған илем Башҡортостан, Уның йылы ҡосағына Бик күп төрлө милләт һыйған.
Береһе лә үгәй түгел, Барыһына ғәзиз әсә, Уңдырышлы тупрағынан Һуттар алып улар үҫә.
Бер милләт тә юғалмаған Башҡортостаным эсендә. Һәр бер кеше һөйләшә лә, Һәм йырлай ҙа үҙ телендә.
Тәбиғәте гөл баҡсалай, Урмандар күп, ҡая тауҙар. Ни теләйһең, барыһы бар, Йәйрәп ята киң баҫыуҙар.
Башҡа яҡта оҙаҡ йөрөп, Башҡортостаныма керһәм, Алыҫтан уҡ күренә бит Республикам ниндәй күркәм!
Ауылдарҙа матур өйҙәр, Шифалы шишмәләр һыуы, Һағындыра хатта уның Һулай торған саф һауаһы!
Баҫыуҙарҙа иген үҫә. Тирә-яҡта киң туғайҙар, Ғәзиз еремде һуғарып Ағып ята күп йылғалар.
Дуҫлыҡ иле Башҡортостан, Ожмах иле Башҡортостан, Ошо илемде һағынам Әҙ генә мин ситтә торһам.
Илем йөрәге ҡалалар Республикама көс бирә, Башҡаламда зыялылар Тыуған илемә төҫ бирә.
Ҡунаҡсыл булыуы менән Рәсәйҙә ҙур урын тота, Халыҡсан бейеү,йырҙары Донъяға данын тарата.
Һине маҡтап туялмайым, Тыуған илем Башҡортостан, Донъялағы матурлыҡтың Барыһынан өлөш сыҡҡан.
Әлеге булған даныңды Һаҡла, илем Башҡортостан, Башҡорт иле һәр ваҡытта Бар халыҡҡа булыр дуҫтан!
Һис ҡасан да ҡартаймайһың, Һаман йәшәрә бараһың, Сәскә ат , минең Ватаным - Һөйөклө Башҡортостаным! Фәүзиә Ҡотлогилдина – АЛТЫНБИКӘ
ХАЛҠЫМ (ҡобайыр)
Башҡортостан тип аталған Минең ғәзиз илем бар, Уралын һәм илен һөйгән Ҡыйыу, батыр халҡым бар! Ҡөръән теленә оҡшаулы Матур моңло телем бар , Ғәҙеллек, дөрөҫлөк яҡлы Ныҡлы Ышанысым бар , Башҡортостан илем бар..
Илемдә бар киң яландар, Күккә ашҡан тауҙарым, Һайрар ҡошло урмандарым, Йылғаларым, һыуҙарым. Ошо ерҙе төйәк иткән Аҫаба башҡорт халҡым, Һәр кешенең күңелендә Ҡабынған бөгөн ялҡын, Аҫаба башҡорт халҡым, Аҫаба башҡорт халҡым..
Киң Уралды төйәк иткән Беҙҙең ата-бабалар, Улар рухы йондоҙ булып Зәңгәр күктә яналар, Үҙ телемдә һөйләр өсөн Башҡа тыуған ерем юҡ. Һандуғастай һайрар өсөн Минең башҡа илем юҡ, Минең башҡа илем юҡ!
Бөтә донъяға таралды Батырлығың һәм даның, Берҙәмлек менән ҡайтарҙың Ербаҫарҙарҙың яуын. Рухлы халҡым, батыр халҡым, Боронғо, бөгөнгө лә, Берҙәмлек Еңеүе менән Балҡының бөгөн ерҙә Балҡының бөгөн ерҙә.
Йөрәктәрҙә рухлы ялҡын Һүнмәһен, һүрелмәһен, Урал һәм Салауат рухы Мәңге,мәңге йәшәһен! Сая, ҡыйыу,ҡурҡыу белмәҫ Минең батыр халҡым бар, Илемдең шәжәрәһендә Бик тәрән тамыры бар, Батыр, ҡыйыу халҡым бар. Фәүзиә Ҡотлогилдина –Алтынбикә
БЕҘ – АҪАБА ХАЛЫҠ
Беҙ –башҡорттар, шундай халыҡ, Үҙе сабыр, үҙе түҙемле, Алдаша белмәгән ғәҙелбеҙ беҙ, Бик тә ныҡыш һәм дә үҙ һүҙле! Артыҡ ябай тиҙәр башҡорттарҙы, Ябайлыҡ ул - үҙе ихласлыҡ, Башҡорттарҙың өлөшөнә төшкән Алтындарҙан алтын сабырлыҡ. Хәйлә, мәкер беҙҙән ситтә ҡалған, Хыянаттан йыраҡ торабыҙ, Хоҙайыма шөкөр ҡылабыҙ ҙа Тәбиғәттән көстәр алабыҙ. Башҡорт тәбиғәтен яһаусыбыҙ Әүәләгән ғәзиз тупраҡтан, Тамырҙары тәрән шәжәрәгә Өҫтәләләр йәшел япраҡтар.. Башҡорт милләте ул - бик боронғо, Йәшәгән ул тәүге тормошта, Йәнбирҙеһе янында Йәнбикә Булған тәүге тормош ҡормошта. Беҙ –шиғри йән, эпос, йырлы халыҡ, Саялыҡ хас беҙҙең булмышҡа, Быуаттарҙан быуаттарға күскән Мәҙәнилек беҙҙең тормошта. Хаҡлыҡ яулап сыға ир-егеттәр, Яндарында ҡатын-ҡыҙҙары, Улар беҙҙең милләт күгендәге Балҡып торған Ил йондоҙҙары! Беҙ башҡорттар, ултырышлы халыҡ, Үҙебеҙҙең биләр ерҙәр бар, Ерле халыҡ - Аҫабалар булып Көн итергә Башҡорт иле бар. Һирәк әле барлыҡ ер йөҙөндә Башҡортома тиңләшер халыҡ, Милләтемдең моң һәм йырҙарына Донъя тора хайрандар ҡалып! Ер шарын уратҡан селтәр ауға Беҙ сигәбеҙ аҫыл биҙәктәр, Башҡортомдоң һүҙен таратырға Йыһан буйлап оса йөрәктәр. Күңелдәрҙә тулы иманыбыҙ, Шәжәрәлә бик күп туғаныбыҙ, Европаның халыҡтары менән Ҡаныбыҙҙа бер үк гендарыбыҙ. Бөркөт , шоңҡарҙары оя ҡорған Урал тауы – беҙҙең тауыбыҙ, Көмөш таҫма булып ағып ята Һыуҙарға мул бик күп йылғабыҙ . Бирсе , Раббым, Аҫаба халыҡҡа Үҙ ерендә тыныс йәшәүҙе, Башҡа халыҡ менән дуҫлыҡ һаҡлап Бар донъяны хайран итеүҙе! Фәүзиә Ҡотлогилдина -АЛТЫНБИКӘ
ТУҒАН ТЕЛЕМ
Туған телем – һин илһамлы сағыу йондоҙ, Нурын һибеп йылы биргән яҡты ҡояш, Туған телем иркә, яғымлы һәм яҡын, Һәр балаңдың күңеленә һин - рухи аш.
Селтер шишмә сылтырауы тауышыңда, Һандуғастарҙың һайрауы моңдарыңда, Башҡаларҙы әсир итер тылсымы бар Ҡөръән һүҙҙәренә оҡшаш яңғырауыңда.
Туған телем- әсәй теле, атай теле, Яратыуым сикһеҙ һине туған телем! Халҡыбыҙҙың йәшәйеше киләсәктә Һинең көслө булыуыңда туған телем!
Ҡурай моңдары уралған ауазыңа, Уралымдың Йәншишмәһе аға унда, Мәңге йәшә сәскә атып туған телем, Тыуған илең - үҙ ереңдә Уралыңда! Фәүзиә Ҡотлогилдина -Алтынбикә
БӨЙӨК ВАТАН ҺУҒЫШЫ (Һуғыш башланыуҙың 80 йыллығына арнала)
Ҡыҙарып таң атып килгән саҡта Яуыз Гитлер һуғыш башланы, Килешеүҙе боҙоп килеп инеп Осҡостарҙан бомба ташланы. Кешеләр был саҡта таң алдынан Татлы йоҡоларҙа инеләр, Бар тәбиғәт йәйге хозурлыҡта, Тирә –яҡта һиллек, тын ине. Сығарылыш кисәһенән сығып Таң ҡаршылай ҡыҙҙар, егеттәр, Еткән ҡыҙҙар бешкән сейә кеүек, Ә егеттәр гүйә бөркөттәр. *Һуғыш башланды..* тип хәбәр итте Радионан диктор тауышы, Туҡтағандай булды был хәбәргә Таңғы йылғаларҙың ағышы. Иңрәнеләр тауҙар, урмандар ҙа, Тынып ҡалды һайраусы ҡоштар, Бәпкә сығарыусы инәләрен Һаҡлай ине күлдә аҡҡоштар.. Ҡайғы килде илгә, билдәһеҙлек, Килде ауыр һуғыш йылдары, Әсәнән улдарын, ҡатындан ирен Тартып алды һуғыш юлдары. Ил саҡырғас бармай саралар юҡ, Тыуған илде кәрәк һаҡларға, Илбаҫарҙы илдән ҡыуыу кәрәк, Ватаныңды кәрәк яҡларға. Һөйгәненән айырылды ҡыҙҙар Кейәүгә лә сыға алмайса, Ҡыҙҙар шәфҡәт туташтары булды Мөһим хәлдән ситтә ҡалмайса. Дүрт йыл барған Ватан һуғышында, Бик күп ирҙәр үлеп ҡалдылар, Ҡара ҡағыҙ алып фронттарҙан Бала йәтим, ҡатын тол ҡалды.. Ирҙәр янып торған ут эсенә Йәнен аямайса керҙеләр, Тыуған иле өсөн ҡорбан итеп Ғәзиз ғүмерҙәрен бирҙеләр. Бөтә донъя Ватан һуғышы тип Тарихтарҙа ҡалды был һуғыш, Һигеҙ тиҫтә йылдың арттарында Хәтер таҫмаһында ул тормош. Ватанына биргән тоғро антҡа Ил улдары тоғро ҡалдылар, Илбаҫарҙан һәр бер аҙым ерҙе Бирмәйенсә тартып алдылар. Яуыз илбаҫарҙы батыр улдар Үҙ өңөнә тиклем ҡыуҙылар, Яу яланын, ауыл, ҡалаларҙы Үҙ ҡандары менән йыуҙылар.
Һәр йыл һайын иң-иң ҡыҫҡа төндә Ауыр хәтирәләр яңыра, Хәтер аша тағы үтеп китә Шинел кейгән ирҙәр тағы ла. Улар беҙҙе тыныс йәшәһен тип Яу юлында башын һалдылар, Ватан һаҡлап тыуған ерҙән ситтә Мәңгелек йоҡоға талдылар. Әйләнеп ҡайттылар бәхетлеләр Үҙе үҫкән тыуған яғына, Һуғышта ҡатнашҡан һәр кешенең Исеме таҡтаташҡа яҙыла. Хәтерҙәрҙән сыҡмаҫ шанлы йылдар, Күпме генә йылдар уҙһа ла, Яңырырҙар ваҡыт уҙған һайын Тарих туҙандары ҡунһа ла. Илбаҫарҙар яуын оноторға Һис кенә лә юҡтыр хаҡыбыҙ, Үткәндәре алып алға бара Беҙҙең ҡыйыу, батыр халҡыбыҙ! Һуғыш афәттәрен йырағайтып Йыл артынан йылдар ағалар. Бар теләгем: Тыныс ҡына торһон, Беҙ йәшәгән ошо донъялар! Һуғыш уты ҡабат тоҡанмаһын, Һибелмәһен ҡурғаш ямғыры, Кеше күңелдәрен нурландырып Яуһын бары Рәхмәт ямғыры! Фәүзиә Ҡотлогилдина –Алтынбикә 22.06.2021
УН ҺИГЕҘ ЙӘШЛЕК ЯУГИРҘӘР
Ун һигеҙ йәшлек яугирҙәр... Ил саҡырҙы утлы яуға, Тыуған илде баҫып ингән Илбаҫарҙарҙы ҡыуарға. Әсәйҙәр яуға оҙатты Үҫтергән ул - балаларҙы, Ун һигеҙ йәшлек егеттәр- Илде һаҡлар һалдаттарҙы.
Ун һигеҙ йәшлек яугирҙәр.. Бала ғына инегеҙ бит, Бала ғына көйөгөҙгә Янған утҡа индегеҙ бит. Сығарылыш кисәһендә Аттестаттар алғайнығыҙ, Ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына итеп Тәү ҡат ғашиҡ булғайнығыҙ.
Ун һигеҙ йәшлек яугирҙәр.. Һөйөп ҡыҙҙар ҡосманығыҙ, Мөхәббәттең ҡанатында Күктәрҙә лә османығыҙ.. Атланығыҙ утлы ерҙән, Ирҙәр менән йәнәш - берҙән, Яттығыҙ һеҙ окоптарҙа Тиңһеҙ алыш, һуғыштарҙа.
Ун һигеҙ йәшлек яугирҙәр.. Нисек кенә түҙҙегеҙ һеҙ?! Ир булып та өлгөрмәйсә Өҫкә шинель кейҙегеҙ һеҙ.. Ватанды һаҡлар өсөн тип Ут эсенә индегеҙ һеҙ.. Ҡурғаш ямғыры аҫтында Яраланып үлдегеҙ һеҙ..
һигеҙ йәшлек яугирҙәр... Яҡшы тормош күрмәнегеҙ, Туп шартлаған яу ҡырында Ятып ҡалды күптәрегеҙ. Билдәлеме һеҙҙең исем, Кем ҡайҙа һәләк булғаны, Күпме әсә яу ҡырынан Ҡара хәбәрҙәр алғаны...
Ун һигеҙ йәшлек яугирҙәр.. Төштәремә керәһегеҙ, Аҡ ҡанатлы аҡҡош булып Күлгә килеп төшәһегеҙ, Ҡамышлы күл өҫтәрендә Тирбәлешеп йөҙәһегеҙ, Һәр аҡҡошта һалдат йөҙө, Бала ғына үҙҙәрегеҙ..
Ун һигеҙ йәшлек яугирҙәр.. Үлемдәрҙе һеҙ еңдегеҙ, Мәңгелеккә мәрмәр ташҡа Яҙылған исемдәрегеҙ... Киләсәккә барыр өсөн Һеҙ яңынан терелдегеҙ , Ун һигеҙ йәшлек яугирҙәр, Һеҙ бит тере...Һеҙ үлемһеҙ! Фәүзиә Ҡотлогилдина -АЛТЫНБИКӘ 19.05.2019
МӘТРҮШКӘЛӘР
Һинең тыуған яҡтарыңда Мәтрүшкәләр йыямын, Мәтрүшкә сәскәләрендә Ҡараштарың тоямын.
Мәтрүшкәләр, мәтрүшкәләр, Тарата хуш еҫтәрен, Мәтрүшкәләр аңлатһындар Һөйөүөмдең хистәрен..
Мәтрүшкәләрҙең бәйләмен Алдым мин ҡосағыма, Ялҡындарын өҫтәп торам Хистәрем усағына.
Мәтрүшкәләр йәмле йәйҙә Хуш еҫтәр тараталар, Улар ҙа бит тыуған яҡты Өҙөләп яраталар. Фәүзиә Ҡотлогилдина- АЛТЫНБИКӘ
СӘСКӘЛӘРЕМ -ГӨЛДӘРЕМ
Ишегалдыбыҙҙы йәмләп Сәскә атты гөлдәрем! Сәскә атҡан гөлдәр кеүек Үтһен һәр бер көндәрем!
Сәскәләремде яратып Көн дә һыуҙар һибәмен, Тәрбиәләмәгән гөлдәр Сәскә атмаҫын беләмен.
Яндарына ултырам да Улар менән һөйләшәм, Шатлығымды йәшермәйем, Бар донъяға өләшәм.
Сәскәләр ҙә һөйөнөшөп Рәхмәт, тиеп әйтәләр,, Беҙ үҙебеҙ ҙә дуҫтарым, Тормоштағы сәскәләр! Фәүзиә Ҡотлогилдина –Алтынбикә
МИЛӘШ (йыр) Фәүзиә Ҡотлогилдина һүҙҙәре Хәйҙәр Дилмөхәмәтов көйө һәм башҡарыуы
Һәлмәк емеш суҡтарынан Эйелгән ергә миләш, Көҙ еткәнлеген белдереп Ҡыҙарған һәр бер тәлгәш.
Тыуған яғым миләшенең Телемдә әсе тәме, Ҡыҙыл миләш әсеһендә Беҙҙең яҡтарҙың йәме!
Ямғыр тамсылары йыуа Миләштең тәлгәштәрен, Әллә көҙҙәр етә тиеп Түгә миләш йәштәрен.
Ҡып-ҡыҙыл булып өлгөрҙө Баҡсала ҡыҙыл миләш! Яҙын ап-аҡ, көҙөн ҡыҙыл, Хайран ҡалырлыҡ тәлгәш! Фәүзиә Ҡотлогилдина -Алтынбикә
АВГУСТ КИТӘ, СЕНТЯБРЬ КИЛӘ
Әллә А-нан башланғанға Булдың ауырлыҡ айы, Йөрәктәрҙе тетрәндергән Ваҡиғаларға байы.
Былтырғы йылдың авгусы Ҡуштауҙы яҡлап үтте, Ә быйылғы утлы август Ерҙе көл-күмер итте.
Ауырлыҡтарын артмаҡлап Август хушлашып китә, Ана сағыу яулыҡ ябып Көләс сентябрь килә!
Мәктәпкә тип йыйыналар Шат йылмайған балалар, Белем тигән ҙур донъяға Улар аяҡ баҫалар.
Яҡшы уҡығыҙ балалар! Бишлеләр алып ҡына, Әле һеҙҙең бик тырышып Уҡып йөрөр саҡ ҡына! Фәүзиә Ҡотлогилдина –Алтынбикә 31.08.2021
БЕРЕНСЕ СЕНТЯБРЬ
Йәйге каникулдар үтте, Етте матур көҙ айы, Сентябрҙең тәүге көнө - Бөгөн - Белем байрамы!
Мәктәптең юлдары бөгөн Сәcкә атҡан гөл кеүек, Ҡыҙҙар, малайҙарҙың йөҙө Йылмая ҡояш кеүек.
Уҡытыусылар һөйөнөп Ҡаршы ала уларҙы, Йәй буйына үҙ мәктәбен Һағынған балаларҙы.
Белем тауҙарына үрләр Тырышып уҡыусылар, Улар илем киләсәген Белемдән туҡыусылар.
Мәктәптә алған билдәләр Яҡшынан ғына булһын! Атай- әсәйҙәре һәр көн Шатланып ҡына торһон! Фәүзиә Ҡотлогилдина -Алтынбикә
ҠЫҘЫЛ МУЙЫЛ
Өйөбөҙҙөң эргәһендә Үҫә пар ҡыҙыл муйыл, Ҡыҙыл муйыл емештәре Бигерәк уңған быйыл!
Ҡыҙыл муйыл тәлгәштәре Суҡтар булып теҙелгән, Ауырлыҡтан ботаҡтары Ергә табан эйелгән.
Сыҡтыҡ тәлгәштәр тирергә Парлы силәктәр алып, Рәхмәт уҡыйбыҙ хоҙайға Был уңышҡа һоҡланып.
Силәктәребеҙ ҙә тулды Өлгөргән емеш менән, Ҡыҙыл муйыл йыйған мәлде Иҫләрбеҙ инде гелән. Фәүзиә Ҡотлогилдина -Алтынбикә 26.07.2021
ЯРАТЫУ
Яратыу ул -яҡты, матур уйҙар, Яратыу ул -бары яҡшылыҡ! Яратыу ул -күңелдең ҡояшы, Һибә тирә-яҡҡа яҡтылыҡ.
Яратыу ул- тормошобоҙ күген Нурға күмеп атҡан иртәләй, Яратыу ул -күңел сәхрәһендә Селтер -селтер аҡҡан шишмәләй.
Яратыу ул -изгелектәр эшләү, Яратыу ул -ихлас теләктәр, Яратыуҙы юлдаш итеп алып Типһен беҙҙең ҡайнар йөрәктәр.
Яратайыҡ үҙ тормошобоҙҙо, Яратайыҡ һөйгән йәрҙәрҙе, Яратайыҡ ейән -ейәнсәрҙе, Балалар, килен, кейәүҙәрҙе.
Яратайыҡ атай -әсәйҙәрҙе, Өләсәй һәм олатайҙарҙы, Гелән генә улар тойоп торһон Яратыуҙы , һөйөү , наҙҙарҙы.
Һәр кеше лә йәшәһен тормошта Яратылып һәм дә яратып, Кеше ғүмерҙәре балҡып торһон Изгелектәр генә таратып. Фәүзиә Ҡотлогилдина -Алтынбикә.
1.08.2021
ЙӘЙГЕ ЯМҒЫР
Бөғөн беҙҙә ямғыр яуа, Һеҙҙә ямғыр яуамы? Кескәй генә гөрләүектәр Урам буйлап ағамы?
Бар йәшеллек йәшәү көсө Дымлы һутҡа тулышты Кешеләр ҙә рәхәтләнеп Иркен алды һулышты.
Йылы ғына йәйге ямғыр Йәшәү һулышы өрҙө, Хоҙайға мең-мең шөкөрҙәр Һуғарған өсөн ерҙе. Фәүзиә Ҡотлогилдина –Алтынбикә 23.06.2021
ӨМӘ
Өмә - беззең башҡорттарҙа Матур халыҡ йолаһы, Борондарҙан өмә менән Йәшәй башҡорт балаһы.
Өй күтәрә, һуғым һуя, Бесән эшләй өмәләп, Их, күңелле лә була бит Эшләүҙәре бергәләп!
Яҡындарың йыйылыша Көҙ бәрәңге ҡаҙғанда, Өмәселәр гөр килешә Ҡаҙ, үрҙәктәр һуйғанда.
Ауылдарҙа яңырҙылар Беҙҙең матур йолалар, Тирә - яҡты матурларға Өмәләргә сығалар.
Өмә хаҡы - аҡса түгел, Өмә хаҡы - һыйлы аш! Һин дә туған -дуҫтарыңа Өмәләрҙә ярҙамлаш! Фәүзиә Котлогилдина - Алтынбикә
УРАҒАЙ
Ейәнсәрем һорау бирҙе *Әйтсе әле, өләсәй, Ниңә августың башҡортса Урағай ул исеме?*
Ейәнсәрем һорауына Яуап бирҙем иренмәй, Ул бит бәләкәй булһа ла Аңлап белергә теләй.
*Йәйҙең һуңғы айы, балам, Урағай тип атала, Сөнки был айҙа игендәр Туҡ башаҡтарға тула. Ана күрәһеңме , баҫыу.. Унда комбайн ура, Урып һуҡҡас, алтын иген Бункерҙәренә тула. Комбайн янына килә Ҙур кузовлы машина, Машиналар иген тейәп Ырҙындарға ашыға. Беҙҙең ауылдың осонда Гөрләп эшләй ҙур ырҙын, Игендәрҙе таҙарталар, Аҙаҡ иген була он. Бына шул ап-аҡ ондарҙан Икмәктәр бешерәләр, Кибеттәрҙә икмәктәрҙе Һатып ала кешеләр. Бына шулай, ейәнсәрем Бик тә бай ул Урағай, Бер йыллыҡ игенде ура Был айҙа ата-бабай.*
Ейәнсәрем иғтибарлап Әйткәнемде тыңланы, Нишләп Ураҡ ай икәнен Аңлатҡас ни, аңланы.. 5.08.2021
НАРДУҒАН
Бөгөн беҙҙә иң ҡыҫҡа төн- Бөгөн Ҡышҡы Нардуған, Төрки халыҡтар байрамы Башҡортомда ла булған. Нардуғанда Ҡышҡы Селлә Бүләктәрен таратҡан, Балаларҙы Селлә бабай Бигерәк тә яратҡан. Һәр бер йортта тәмлекәстәр, Аш-һыуҙар бешергәндәр, Ҡаҙылыҡ, бишбармаҡ, ҡаҙҙар, Ҡаҙанға төшөргәндәр. Ҡоймаҡ, бәлеш, бауырһаҡтар Табынды биҙәгәндәр, Ололар ҙа , балалар ҙа Бик тә шат йөрөгәндәр, Сөнки күккә нурҙар һибеп Ҡояш тыуған был көндө, Нур тыуған да яйлап ҡына Ҡыуып ебәргән төндө. Ҡояш нурҙары шатланып Йырлаған, бейегәндәр, Кешеләр менән бергәләп Яҡтыға һөйөнгәндәр. Эй, Нардуған, Нардуған, Ҡояш тыуған, Нур тыуған, Нардуғандан башлап көндәр Оҙая ғына барған.
УЛЫМ, ҺИҢӘ ӘЙТӘМ.. (Нәсихәт)
Башҡортса һөйләшәһеңме? Һин бит башҡорт балаһы! Милләтебеҙ киләсәге Улым, һиңә ҡалаһы.. Йырлап, көйләп, бейеп өйрән, Башҡортлоғоңдо һаҡла, Үҙ телен белмәгән кеше-
Маңҡорт тиеп атала. Кәләш һайлағанда , улым, Тик башҡорт ҡыҙын һайла, Тыуасаҡ балаларыңдың Милләтен, балам, уйла. Бутҡа итмә һин улҡайым Балаңдың шәжәрәһен, Үҙең башҡорт булғас , ул да Шул юлдан тәгәрәһен. Юғалтма, улым, телеңде, Ярат тыуған илеңде, Белеп үҫ, һин -мосолманһың, Һата күрмә динеңде. Туған телле һәм иманлы Башҡорт балаһы үҫтер, Башҡорт тигән батыр халыҡ- Бик боронғо милләттер. Милләт ул – ата-бабалар, Олатай-өләсәйҙәр, Һинең кеүек малай, ҡыҙҙар, Апайҙар һәм әсәйҙәр.
Белемле Башҡорт бул, улым! Була күрмә һин Маңҡорт.. Бул һин батыр милләт улы, Ғорурланырлыҡ – Башҡорт! Фәүзиә Ҡотлогилдина –АЛТЫНБИКӘ 22.11.2020
ЯЛАН КҮЛДӘ АҠҠОШТАР (оз.Полянский)
Ялан күлдең яр буйында Тирбәләләр ҡамыштар, Ялан күлен төйәк итеп Оя ҡорҙо аҡҡоштар.
Аҡҡоштарым –парлы ҡоштар, Саф мөхәббәт ҡоштары, Аҡҡоштарҙа кешеләрҙең Бәхетле яҙмыштары.
Ел иҫкәндә Ялан күлдә Ваҡ тулҡындар уйнайҙар, Наҙлы елдәр аҡҡоштарҙың Ҡаурыйҙарын тарайҙар.
Аҡҡоштар бала сығарҙы Тымыҡ күлде үҙ күреп, Ялан күл биҙәге булып Аҡҡоштар йөрөй йөҙөп.
Балалары үҫеп еткәс Йылы яҡҡа осорҙар, Тыуған күле Ялан күлгә Яҙын тағы ҡайтырҙар. Фәүзиә Ҡотлогилдина –Алтынбикә 19.06.2021
ТАТЛЫ БАЛ Фәүзиә Ҡотлогилдина һүҙҙәре Замир Тайсин көйө, башҡара Ғафури РДК- һы әртистәре
Йүкәләр сәскә атҡандар Ғафури урманында, Йүкә баллап сәй эсергә Килегеҙ әйҙә бында.
Ҡушымта: Эй, татлы бал, татлы бал Ғафуриҙән килеп ал, Татлы баллап сәй эскәндә Беҙ дуҫтарҙы иҫкә ал!
Бал ҡорттары безләп осҡан Тәбиғәтебеҙ йәмле, Башҡорт балы бик шифалы Телде йоторлоҡ тәмле!
Сифатлы ла, шифалы ла Башҡортостаным балы, Бар донъяға киң танылды Башҡорт балының даны. Фәүзиә Ҡотлогилдина –Алтынбикә 13.08.2021
ТУЙҒА ҠОТЛАУ
Ҡотло булһын! Ҡотло булһын! Бөгөн һеҙҙең туйығыҙ! Бөгөнгөнән икегеҙҙең Берҙәм булһын уйығыҙ!
Мәңге һиңә тоғромон тип Ҡултамғалар ҡуйҙығыҙ.. Бер-береңә етәкләргә Ҡулығыҙҙы һуҙҙығыҙ..
Ошо етәкләшеүҙән һеҙ Алмағыҙ ҡулды ҡулдан! Йәнәш кенә барығыҙ һеҙ Тормош тигән ҙур юлдан!
Алыҫтарға балҡып торһон Икегеҙ яҡҡан усаҡ! Бәхет, шатлыҡтар килһендәр Көн һайын ҡосаҡ-ҡосаҡ!
Ауырлыҡтар килгән саҡта Терәк була белегеҙ, Шатлыҡ, һөйөнөстәрегеҙ Уртаҡ итеп бүлегеҙ!
Һеҙҙең туйығыҙҙы ҡотлап Теләйбеҙ изге теләк! Пар күгәрсендәй гөрләшһен Ҡауышҡан ике йөрәк! Фәүзиә Ҡотлогилдина – АЛТЫНБИКӘ
ЙӘШЕЛ ЙӘЙ ҺӘМ АЛТЫН КӨҘ
Көлә, көлә көләс көҙ килде, Һәр ағасҡа матур төҫ бирҙе, Буяп асыҡ һары буяуға Ҡайынға ла күлдәк кейҙерҙе.
Ауыл уртаһында саған да Бик шат көҙҙө ҡаршы алғанға, Йәшел япраҡтарын Көҙ егет Алтын төҫтәренә манғанға.
Ҡоштар сутылдашып һөйләшә, Ҡыҙыл суҡлы балан, миләштә, *Эй, сихри көҙ! Һинең мөғжизәңә Тағы ниндәй тылсым тиңләшә?*
Йәй менән Көҙ ҡауышҡандар бөгөн Айырылыр өсөн бер йылға, Көҙө наҙлай гел йәш булған Йәйен *Китмә инде, ҡал! *ти быйылға..
Ә йәшел Йәй Көҙгә иркәләнә Осрашыуҙың табып ләззәтен, Күңеленең иң төбөнә һала Көҙ егеттең сибәр һүрәтен.
*Айырылмай һис тә мөмкин түгел, Сөнки Раббым шулай яралтҡан,, Башҡа миҙгел юҡтыр* , ти ул Көҙгә *Һине минең кеүек яратҡан..*
Алтын Көҙкәй йәшел Йәйкәйенең Күлдәктәрен һаман матурлай, Йәй ҡыҙына булған мөхәббәтен Көҙгө моңдарында ул йырлай Фәүзиә Ҡотлогилдина -АЛТЫНБИКӘ.
АЛТЫН КӨҘ
Әллә аяҡ аҫтарына Алтын тәңкә һибелгәнме? Ҡайындарҙан һағыш булып Берәм- берәм түгелгәнме?
Тыуған ерем, торған ерем Шул тиклем дә ғәзиз миңә, Ошо тиклем матурлыҡтар Беҙҙең тыуған ерҙә генә!
Алтын көҙҙөң бер миҙгеле Һүрәт булып тороп ҡалды, Күңелемде нурландырып Шиғри юлдарға уралды, Фәүзиә Ҡотлогилдина -АЛТЫНБИКӘ 15.10.2018
АЛТЫН КӨҘ
Ап-аҡ зифа буйлы ҡайындарҙан Ергә алтын япраҡ ҡойола, Мин үҙем дә ошо әкиәттәй Көҙ илендә кеүек тойола.
Ана, яҡындағы миләштәргә Эленгәндәр ҡыҙыл суҡтары, Урман араһында сут-сут итеп Һайрамайҙар хәҙер ҡоштары.
Көҙ мәленә инде бар тәбиғәт, Оҙон көндәр инде ҡыҫҡарҙы, Ҡояш йылыһы ла һүрәнәйҙе, Тиҙҙән етер һалҡын ҡыштары.
Ә әлегә көҙ хакимлек итә, Рәсем яһай төрлө төҫтәрҙә, Һүрәт төшөрә ул тәбиғәткә Сағыу, һары, ҡыҙғылт төҫтәрҙә. фәүзиә Ҡотлогилдина -АЛТЫНБИКӘ 8.10.2018
ОСЕНЬ ЗОЛОТАЯ
Падают листья как золотые монеты С белоснежных стройных берез, В эти волшебную пору природы Нахожусь я в плену сказочных грез.
Рябинушка в узорчатом платье, Накинула шаль с красной бахромой, Братья тополя в желтых рубашках- На ветру играет рубаха волной.
Ненаглядный наш клен одинокий Раскинул свои ветки как огромный зонт, За золотистым зонтиком клена - Красотище леса на весь горизонт.
Остановись, осень! Хочу любоваться Сказочной твоей красотой, Оставайся видением на фото, в стихах - Яркой, разноцветной, именно такой! Фаузия Кутлугильдина –Алтынбикэ 4.10.2021
ЮРМАТЫ УЛЫ АБДРАХМАН
Башҡортомда шундай батырҙар бар, Ҡарар күҙгә ябай ғыналар, Шул батырҙар дошман яуы килһә Ҡая булып ҡалҡып баҫалар. Эйәртәләр артынан халыҡты Яҡшылыҡ, ғәҙеллек юлына, Көрәштәрҙә улар алдан бара Рух байрағын алып ҡулына. Тыуған яғын һөйҙө Абдрахман Күккә ашҡан Шихан тауҙарын, Шихандарға иркәләнеп аҡҡан Ағиҙелкәйенең һыуҙарын. Юрматы ерендә тыуып үҫте, Шихан тауҙарынан көс алып, Урманбишҡаҙаҡта донъя ҡорҙо Торатауға ҡарап һоҡланып. Баһадир кәүҙәле Абдрахман Булды тәбиғәттең балаһы, Үҙенән олоға яҡшы эне, Йәштәргә булды Ил ағаһы. Уҡытыусы булып эшләне ул, Белем бирҙе бик күп балаға, Яраттылар уны остаз итеп Даны сыҡты тирә,араға. Ҡафтау аръяғынан иҫкән елдәр Бер саҡ уға хәбәр бирҙеләр, *Яуыз көстәр изге Торатауҙы Емерергә уйлай*- тинеләр. *Юҡ, был яуыз уйҙар барып сыҡмаҫ, Яҡлар уны яҡшы кешеләр!*- Тине Абдрахман яуап итеп, Һәм әйҙәне бик күп кешене. Иң тәүелә йәштәр аңланылар Абдрахман батыр әйткәнен, Өс мең кеше бер саф булып баҫты Һаҡлар өсөн тыуған еркәйен. Торатауҙың билен ураттылар Билбау итеп илдең әләмен, Шулай Торатауҙан ҡайтарылды Яуыз Тауҡорһаҡтың һөжүме. Ә Тауҡорһаҡ бик йыраҡ китмәне, Барып ҡунды Ҡуштау башына.. Абдрахман әйтте:*Был яуыз ҡош Ниңә шулай артыҡ шашына? Шаһ тауҙы бит ашап бөттөң инде, Быларын бирмәбеҙ ашарға!* Оҫта дипломат һәм илсе булды Абдрахман - халыҡ батыры, Йәштәргә ул шәп кәңәшсе ине, Яҡын күрҙе уны дуҫтары.
Илһөйәрҙәр оҙаҡҡа һуҙмайса Бик күп ҡултамғалар йыйҙылар, Илле мең кешенең йөрәк һүҙен Мәскәүгә лә илтеп ҡуйҙылар. Бының менән генә эш бөтмәне, Ҡуштауҙа һағауыл ҡорҙолар, Абдрахман батыр һәм дуҫтары Шихандарҙы һаҡлап торҙолар. Бер йыл элек ошо ваҡыттарҙа Ҡурҡыныстар тауҙа ҙур ине, Тиңдәше булмаған Ҡуштауына Ватылырға бер аҙым ине. Абдрахман атлы ир-уҙаман- Зәки Вәлидиҙең нәҫеле, Торатауҙы һәм Ҡуштауын яҡлап Яҡты маяҡ итте ғүмерен. Күп һөйләнмәй эш менән күрһәтте Илдең батыр улы икәнен. Торатауға килгән оло яуҙың Күреп Ҡуштауына киткәнен. Алсаҡлығы, ябайлығы менән Арбай алды бик күп халыҡты, Юл күрһәтеп алдан йөрөнө ул
Өҫкә сығарырға хаҡлыҡты. Юрматы еренән көстәр алды, Шихандарҙан ныҡлыҡ һәм ҡеүәт, Торатау бабай тип ҙурланы халыҡ Батыр улын шул тауға тиңләп. Халыҡ уны һис ҡасан онотмаҫ Иҫкә алыр батыр ир итеп, Яу килгәндә алғы һыҙыҡтағы Ҡурҡыу белмәҫ командир итеп. Халҡым батырҙары әле лә бар, Тороп ҡалмағандар үткәндә, Хәҙергелә элекке сағыла Тарих йомғаҡтарын һүткәндә. Абдрахман батыр күпер һалды Үткән һәм хәҙерге араға, Ышаныс , батырлыҡты уятты Бер аҙ талғас улар йоҡоға. Йәштәр араһынан илһөйәрҙәр, Ерһөйәрҙәр алға баҫтылар, Абдрахман күтәргән әләмде Йәштәр ҡулдарына алдылар. Халыҡ батырҙары мәңге тере, Батырҙар бит улар үлмәйҙәр, Халыҡ күңелендә алға әйҙәп Рух, көс, ҡеүәт булып йәшәйҙәр. Башҡорт халҡы һис ҡасан онотмаҫ Абдрахман исемле улын, Торатау бабай тип иҫкә алыр Уны үҫеп килгән йәш быуын. Фәүзиә Ҡотлогилдина –Алтынбикә 15.07.2021.
ЯНҒЫН (Хәйбуллалағы)
Яна урман, яна дала, Яна үлән, яландар, Янғын шаша ташҡын булып Гүйә иблес –шайтандар..
Ярҙам һорай бар тәбиғәт, Ҡоштар, барлыҡ йәнлектәр, Аяуһыҙ ут ялҡынында Ҡурылалар бөжәктәр.
Эй, кешеләр! Ер һеҙҙеке!!! Туҡтатығыҙ янғынды!!! Был афәт артҡа сигенер Тик берҙәм көс һалғанда.
Илай-илай доғаларҙа Раббымдан да һорайым, Ебәр, берүк ямғырыңды Һүндерсе янғын яуын... Фәүзиә Ҡотлогилдина –Алтынбикә 6.08 .2021
ЯЛҠЫНУТ ЯУЫ (Ысын хәл )
Башҡорт иле һәүетемсә генә, Тыныс ҡына йәшәп ятҡанда, Ҡапыл бәлә -ҡаза ябырылды Тонйорап ал ҡояш батҡанда. Ялҡынуты һөжүм итте илгә Ялҡынланып яна урмандар, Ярҙам һорап иңрәп ыңғыраша Урман, тауҙар, ялан, болондар. Аҫау Ялҡынуттың ауыҙынан Көлтә -көлтә ялҡын бөркөлә, Ҡайҙа төшһә шул ерҙә тоҡанып Тереклектәр көлгә әйләнә. Ҡыҙыл яллы аҫау Ялҡынутта Һис кенә лә аяу, йәлләү юҡ, Башҡорт ерҙәренә ҡаныҡты ла Саба урман, дала буйлатып. Ярһый, шаша , көндө-төндө белмәй, Һәр бер тын алышы ут бөркә, Ялҡынуттың ут һәм төтөнөнән Осар ҡоштар остолар өркөп. Ҡанат нығытмаған балалары Ялҡынутҡа ҡорбан булдылар, Сәскә атҡан йәмле болондарҙа Бөжәктәр тереләй яндылар. Йәнлектәр ҡайҙа ҡасырға белмәй Балалары менән аҙашты, Төтөн араһында үрһәләнеп Юлдар табалмайса ҡайнашты.
Ялҡынуттың кәүҙә рәүеше юҡ Төрлөсәгә ул зат әйләнә, Көстө ала Ялҡынут Иблестән (Ул бит китмәгәйне сәждәгә), Күҙгә күренмәгән ен-шайтандар Ялҡынутҡа ярҙам итәләр, Әҙәмдәрҙе әрләштерер өсөн Төрлө ергә уттар төртәләр. Ҡыҙыл яллы Ялҡынут мәкерле Йәшенеп тә тора бер мәлгә, Унан утлы телен тағы һуҙып Иркәләнә еләҫле елгә. Аҫау Ялҡынуты үткән ерҙә Тереклектән ҡала көл-күмер, Тағы күпме шашыр был аҫау зат, Тағы күпме ярһып йүгерер?
Ялҡынутҡа ҡаршы күтәрелде Тыуған илдең ҡыҙ һәм улдары, Был яуызға ҡаршы көрәшкәндә Берҙәм булһын барыр юлдары. Эй, кешеләр, Ялҡынут яуыздан Еребеҙҙе йолоп алығыҙ, Ул бит Һыуҙан ҡурҡа, ауыҙлыҡ итеп Ауыҙына һыуҙар һалығыҙ. Бер-берегеҙ менән әрләшмәйсә Татыулыҡта булһын эшегеҙ, Тыуған Ерҙә йәшәп гөл итергә, Матурларға килгән Кеше һеҙ! Халыҡ сәсәне Фәүзиә Ҡотлогилдина -Алтынбикә 9.07.2021
Инде алты көн Башҡортостан урмандары яна. Хәйбулла, Йылайыр, Зианчура, Бөрйән, Әбйәлил урмандары ут эсендә. Ҡуштау ҡаршыһында ла урманла әлдән -әле янғын тоҡанып тора. Башҡортостандың ул һәм ҡыҙҙары ут менән фиҙакәр көрәшәләр, һүндерергә тырышалар, беҙ ололар ямғыр һорап, янғындың тиҙерәк еңелеүен теләп до
УРАЛЫМ УЛАНДАРЫНА
Башҡорт иленә яу килде, Ялҡын булып, ут булып, Уралымдың уландары Йыйналдылар туп булып. Төтөн һәм ут эстәрендә Һуғыш ваҡыты кеүек, Тыуған тәбиғәт ялбара: *Ҡотҡарығыҙсы берүк..* Янғынға ҡаршы көрәштә Бары ла берләштеләр - Ирекле ирекмәндәр ҙә, Ирекһеҙ хеҙмәткәрҙәр. Ялҡынут тигән яуызды Тиҙ арала еңегеҙ! Аллаһы тәғәлә биргән Яна тыуған ерегеҙ!!! Бергәлектә, татыулыҡта Матур ғүмер итегеҙ, Гөлбаҡсаһына әйләнһен Башҡортостан илебеҙ! Фәүзиә Ҡотлогилдина -Алтынбикә сәсәниә 10.08.2021
Ялдарыңды ялпылдатып Ялҡынланма, Ялҡынут! Яландарҙы яланғаслап Ярһымале, Ялҡынут! Ялбыр, ялбыр ялдарыңды Ялбырлатма, Ялҡынут! Яраббыҡай, ялбарабыҙ : Ярҙамға ямғыр яуҙырт.. Алтынбикә
Урағайы бик ныҡ ҡоро. Көндәр шундай эҫеләр, ЯЛҠЫНУТ тигән яуыздан Һаҡләнығыҙ, кешеләр!! Алтынбикә
ЗАМАНА БАТЫРЫ (Хәйбулла районы етәксеһе Рөстәм Шәриповҡа арнала)
Һоҡландырҙы Рөстәм Шәриповтың Халҡы менән бергә булыуы, Бәлә килгән саҡта батырҙарса Хәлдең уртаһында ҡалыуы.
Дөрөҫ ойоштороу, ҡыҫҡа хәбәр, Урын ҡалдырманы ялғанға, Еңеп сығар халҡым ауырлыҡты Шундай уландары булғанда.
Үҙ еренең ысын хужаһы ул, Ерен, халҡын, илен һөйөүсө, Заманса белемгә эйә булып Ике телде яҡшы белеүсе.
Бына шундай була халыҡ улы, Үҙ ерендә район башлығы, Өлгө алһын Рөстәм Шәриповтвн Һәр депутат – халыҡ ялсыһы!
Һуғыштағы кеүек ҡыҫҡа ғына, Тулы аңлатмалы яҙыуҙар, Халҡымдың батыр улдары булған, Улар булыр! Һәм улар барҙар!
Рәхмәт Рөстәм , бик күп кешеләрҙән, Халыҡ улы -аҫыл баһадир! Рөстәм кеүек булһын һәр бер кеше, Унан өлгө алһын һәр бер ир! Фәүзиә Ҡотлогилдина –Алтынбикә – Халыҡ сәсәне. 12.08.2021
ХАЛҠЫМ БАТЫРҘАРЫ
Халҡымда бар шундай ағайҙар, Һис ҡасан да боҫоп ҡалмайҙар, Үҙ еренә ҡурҡыныс килгәндә Ҡурҡынысҡа ҡаршы атлайҙар. Ҡалҡып сыға рух байрағын тотоп Яңы Салауаттар – Фаилдар, Күтәрелә яңы Буранбайҙар, Насип кеүек бөркөттәй улдар. Ҡалҡан булып улар тау һаҡлайҙар, Бирмәҫ өсөн тауҙы ватырға, Ялҡын һәм ут эстәренә керә Урманына хәүеф янаһа. Насибулла үҙе шиғыр яҙа, Көй сығарып уны йыр итә, Яуыз көстәр һөжүм иткән саҡта Үҙ артынан халыҡ эйәртә. Тәбиғәтте Йәшел ҡалҡан булып Ҡуштау батырҙары һаҡлайҙар, Рәмис, Вадим , Юнир кеүектәре Сафтың иң алдынан атлайҙар. Батырҙарҙың исемлеге бик ҙур, Мин уларҙы һанап бөтәлмам, Ошо батырлыҡҡа һоҡланыуҙы Шиғырҙарҙа яҙмай үтәлмам. Ул батырҙар халыҡ араһында, Улар йәшәй һинең яныңда, Күтәрмәләп йөрө батырҙарҙы Һәр райондың бар үҙ батырҙары, Рухлы, ҡыйыу ҡыҙ һәм улдары, Берҙәмлектә, татыулыҡта булһын Уландарҙың барған юлдары. Фәүзиә Ҡотлогилдина –Алтынбикә
ЯЛҠЫНУТ БЕЙЕҮЕ (Ысын хәл)
Башҡорт иленә ҡоролоҡ ябырылды, Ҡаты һынау килде Ут менән, Донъяға бит был ил танылғайны Ғәжәйеп бер матурлыҡ менән. Был илдә Урал батырҙан ҡалған Үҫәләр ылыҫлы ағастар, Ҡарағайҙар, йәм-йәшел шыршылар, Энә япраҡ төҙ ҡарағастар. Урмандарҙа япраҡлы ағастар Гүзәл тәбиғәттең биҙәге, Күккә ашып торған ҡаялары, Ҡош һәм йәнлектәрҙең төйәге. Болондарҙа күҙҙең яуын алып Үҫә мең-мең төрлө сәскәләр, Туғай , урмандарҙа һайрар ҡоштар Үҙ телендә моңдар сәсәләр.
Ике мең егерме бер йәйендә Ошо илдә ямғыр яуманы, Бигерәк тә илдең көнъяғында Мал ялмарлыҡ үлән ҡалманы. Бар ерҙә лә үләндәр көйҙөләр, Тамырында ҡороп киптеләр, Йылғалар һайыҡты, шишмәләр ҡороп Ҡоштар әллә ҡайҙа киттеләр. Яулап алды Урағай айында Башҡорт илен афәт – ҡоролоҡ, Тупраҡ инде эҫе ҡомға оҡшаш Тамсы дым юҡ уҡмаш тоторлоҡ.
Ҡапыл килеп сыҡты Шайтантауҙан Ялын елберҙәтеп Ялҡынут, Тау итәге буйлап шашып ярһып Сабып китте ..Арттан ҡала ут... Ялҡынуты сабып үткән ерҙә Эҙҙәренән ҡала күмер, көл, Быға тиклем бит ошо ерҙәрҙә Үҫә ине үлән, сәскә, гөл.. ҠаЙ бер ерҙә сабыуынан туҡтап Өйөрөлөп йөрөй ул бейеп, Ажарланып урмандарҙы ялмай Хужа булам был ерҙә тиеп.
Урал ейәндәре күтәрелде Ҡайтарырға утлы яуҙарҙы, Ҡотҡарырға яуыз Ялҡынуттан Тыуған ер, урманын, тауҙарҙы. Ирҙәр елкәһенә һыу артмаҡлап Таулы урмандарға киттеләр, Ялҡынуты бейегән ерҙәргә Һүндерергә һыуҙар һиптеләр. Бигерәк тә йәштәр ныҡ әүҙемдәр Үҙ теләге менән киләләр, Тыуған ер бик ҡәҙерле икәнен Улар бит бик ныҡлы беләләр. Былтыр август Ҡуштау көрәшендә Ошо улдар хаҡлыҡ яуланы, Быйыл улар урмандарын һаҡлап Ялҡынутҡа ҡаршы атланы. Селек үҫкән ҡаялар буйлатып Йөрөйҙәр кешеләр көрәшеп, Барыһы ла – түрәһе, ябайы Ялҡынутҡа ҡаршы берләшеп. Ауылдарға юлды бикләнеләр Һаҡ ҡулсаһы менән уратып, Ауыҙлыҡлайыҡ тип Ялҡынутты Уҡтар урынына һыу атып. Ҡатын-ҡыҙҙар үҙ эштәрен ташлап Аш- һыу әҙерләргә кереште, Туҡландыра улар ир-аттарҙы Еңеп сыҡһын өсөн көрәштә. Ә Ялҡынут тигән яуыз иблес Кешеләрҙең күңелен үртәп, Йә бер ерҙә ярһып, шашып бейей, Йә арыраҡ йөрөй ул көлөп. Ул бейегән ерҙә ер ҡап-ҡара, Бар тереклек янып көл була, Осалмаған ҡош, бөжәктәр үлә, Урмандарҙа ағастар ауа. Шайтантауҙан сыҡҡан Ялҡынуты Хәйбулланан китте күршегә, Йылайыр һәм Ейәнсура ере, Урмандар һәм тауҙар үртәлә. Күгәрсенгә, Әбйәлилгә төштө Ялҡынуттың зәһәр осҡоно, Баймаҡҡа һәм Беләриткә барып Өйөрөлә уттың шашҡыны. Бөрйәнгә һәм Учалыға таба Ут ялдарын һуҙҙы Ялҡынут, Көйөргәҙе, Благоварға таба Барып етте хатта ул сабып. Ишембай һәм Миәкә яғында Ут ялдары китә елберҙәп, Әл дә әле халыҡ тиҙ һүндерә, Әл дә әле кешеләр берҙәм.
Ялҡынуты шашып, шашып бейей.. Ялбыр ялы ҡыҙғылт –һарынан, Ҡойроҡтарын ергә һуҙып һалып Үләндәргә барып һарыла... Ут ҡойоно булып өйөрөлөп Әллә теләй күккә үрләргә? Юҡ шул инде, сик –саманы уҙҙың, Кәрәк булыр һиңә һүнәргә! Был илдәге батыр улдар –ҡыҙҙар Көн-төн тимәй ҡаршы көрәшә, Еңеүселәр булып сығыр улар Ялҡынутҡа ҡаршы көрәштә. Ваҡытлыса ғына шашынаһың, Ваҡыттарың инде һынаулы, Кешеләр лайыҡлы үтеп сығыр Сираттағы ҡаты һынауҙы. Оҙаҡламай Раббы ярҙам бирер Ямғыр болоттары ебәреп, Ямғыр һипкәс тәбиғәт терелер Ҡурпы булып тағы йәшәреп. Бирешмәгеҙ Урал ейәндәре Ямғырҙарға тиклем тороғоҙ, Шашҡан Ялҡынуттың юлдарына Үтәлмаҫлыҡ ҡапҡан ҡороғоҙ. Арып, хәлдән тайып бөтһәгеҙ ҙә Ғәзиз ерҙе Утҡа бирмәгеҙ, Был бит һеҙгә хоҙай бүләк иткән Йәшәй торған тыуған ерегеҙ. Рәхмәт һеҙгә Урал балалары, Һеҙ һаман да ҡыйыу , батырҙар, Тиңһеҙ яуҙа Ялҡынутты еңеп Бурыстарын үтәп ҡайтырҙар. Фәүзиә Ҡотлогилдина –Алтынбикә –Халыҡ сәсәне. 22.08.2021
ЯЛҠЫНУТ ҒАФУРИҘӘ
Урағай егерме дүрте, Башҡорт тәбиғәте утта, Урман яна, дала яна Көньяҡта һәм көнсығышта. Уттан яралған Ялҡынут Тәбиғәтте һис аямай, Йәшел матур төҫтәрҙе ул Бик тиҙ арала ҡаралай. Ялҡынут ялын уйнатып Килеп етте Ғафуригә, Борхатауҙа борхолдатып Төтөн сығарҙы ул тәүҙә, Ә унан һуң шашты ғына, Ҡыҙыл ялын ялпылдатты, Төнгө ҡараңғыны йырып Борхатау башына сапты. Ялҡынуттың ҡулы тейһә, Ағастар янып ауалар, Уның үткән эҙҙәренән Утлы ҡуҙ , күмер ҡалалар. Был яҡтарҙа борма-борма Борғаланып Еҙем аға, Тәбиғәттең матурлығы Кешеләрҙең һушын ала. Ғафуриҙә ҡурсаулыҡта Еҙем тәбиғәт паркы бар, Киндерле мәмерйәһе һәм Ҡаялы тауҙар , урмандар, Уҡлыҡая үҙе генә Шундай ғорур, шундай бейек, Уҡлыҡая тирәләрен Төйәк иткән бик күп кейек. Уҡлыҡая ҡаршыһында Ете тажлы ҡурайы бар, Был ҡурайҙың һәр тажында Башҡорттарҙың тирмәһе бар. *Башҡортостан йөрәге* ул, Илемдең ҡурсаулығы ул, Башҡортостан күкрәгендә Тибеп торған йөрәге ул! Ҡунаҡтар киләләр унда Күрер өсөн матурлыҡты, Ерҙәге йәннәт ожмахты- Илаһи бер Хозурлыҡты.
Ялҡынутҡа ҡурсаулыҡтар Электән үк оҡшаманы, Тәбиғәттең һаҡсылары - Ялҡынутының дошманы. Бына ошо матурлыҡты Юҡ итергә уның уйы, Унан инде үткәрергә Был ерҙәрҙә шайтан туйы. Шайтантауҙан сыҡты бит ул, Ҡыҙыл ялын ялпылдатып, Ажарланып, яһилланып, Бар үҫентене яндырып, Бына хәҙер Борхатауҙа, Икенсе көн шаярыуҙа, Ағастарҙы ялмап алып Уларҙың йәнен алыуҙа.
Табын ырыуы улдары Тиҙ арала йыйылдылар, Береһенән береһенә Тиҙхәбәрҙәрен һалдылар. *Салауат!!!*ораны булды Ишеткәндең барыһына. Ошо оран яңғыраны Илемдең һәр тарафына. *Табын ырыуы улдары Тиҙ арала йыйылығыҙ! Тыуған ерҙе Ялҡынуттың Һөжүменән ҡотҡарығыҙ!*
Машиналарға тейәлде Табын ырыуы улдары, Бәлә ябырылған саҡта Ултырып батыр сыҙармы? Уларға ярҙамға килде Ҡалала йәшәгәндәре, Уларҙы дуҫ күргәндәре, Башҡа ырыу вәкилдәре. Көн- төн тимәй Ялҡынуттың Һөжүмен кире ҡаҡтылар, Башҡа яҡҡа китмәһен тип Борхатауҙы ураттылар. Имәндәш ағинәйҙәре, Ҡатын-ҡыҙҙар, еңгәләре Ризыҡтар әҙерләнеләр, Ашауҙы хәстәрләнеләр, Йәштәре оло булғандар Яуҙа йөрөй алманылар, Тик улар ҙа яугирҙәргә Ярҙам итмәй ҡалманылар. Ризыҡтар алырға тиеп Аҡса ярҙамы бирҙеләр, Бына шулай төрлө яҡтан Йыйылды аҡса хәйерҙәр.
Бер тәүлек инде ҡотора Борхатауында Ялҡынут, Тик ырыу уландарының Күңелдәрендә Рухи ут! Улар Башҡорт балалары, Салауаттың тоҡомдары, Шаймораттың яугирҙәре, Ошо ер - тыуған ерҙәре! Ерҙе Уттан ҡотҡарырҙар, Улар ҡыйыу һәм батырҙар, Ялҡынутын еңер өсөн Яңы алымдар уйларҙар!
Үткәрмәгеҙ Ялҡынутты *Башҡортостан йөрәге*нә! Ете тажлы ҡурайына, Башҡорттарҙың тирмәһенә! Еңегеҙ һеҙ Ялҡынутты Алығыҙ һеҙ уның йәнен, Йөрөмәһен ул был илдә Тәбиғәтте йәмһеҙләтеп!
Артабанғы минең кәңәш, Урман хужалығы кәрәк! Ҡараусыһыҙ урмандарға Ысын хужалары кәрәк! Терелтегеҙ хужалыҡты, Күрмәҫ өсөн нужалыҡты, Һаҡлағыҙ күҙ ҡараһындай Хозур тәбиғи байлыҡты! Бөгөнгө көн урман яна, Ялҡын уйнай Борхатауҙа, Оран һалып Ғафуриҙәр Ярҙамдарға саҡырыуҙа. *Салауат!!! Салауат!!! Ғафуриҙә Ялҡынут!!! Ырыуҙаштар һәм яҡташтар, Бәлә килде! Ярҙам ит!!! Фәүзиә Ҡотлогилдина - Алтынбикә 25.08.2021
ҠАРАҒОШ САҠЫРЫУЫ - ОРАНЫ
Асырғанып Ҡарағош ҡысҡыра Борхатау ҡаяһы өҫтөндә, Уның балалары ҡалған бөгөн Төтөн, ут һәм ялҡын эсендә.. Ҡарағош –Табын ырыуы ҡошо, Оран һалып ярҙам саҡыра: *Бөркөт, ыласындар, ҡарсығалар, Ашығығыҙ беҙгә ярҙамға! Тыныс йәшәп ятҡан оябыҙҙы Ялҡынуты килеп ялманы, Ағастар яналар...Кейек, ҡоштарҙың Инде түҙәр хәле ҡалманы.. Табын ырыуына бәлә килде!!! Дуҫтарҙы көтәбеҙ ярҙамға!!!! Нисек битараф һеҙ ҡалырһығыҙ Тау, урмандар дөрләп янғанда??? Таш Аҫтыға ашығығыҙ, дуҫтар, Сәғәт-минуттары һанаулы, Ялҡынут тигән яуыз дошмандың Ғәйрәттәре бигерәк аяуһыҙ.. Беҙҙә бәлә.. Ныҡ көтәбеҙ һеҙҙе Ыласын, Әтәлге, Бөркөттәр, Тик Берҙәмлек кенә еңеү яулар, Ялҡынутты ҡамап өркөтәр. Бәлә – ҡаза килһә Оран һалыу- Боронғонан килгән аманат, Таратам мин бөгөн Оранымды: Салауааат!!! Салауааат!!! Салауааат!!! Ашығығыҙ ярҙамға ир-ат!!!*
Ҡарағош – Табын ырыуы ҡошо Салауат - Табын ырыуы ораны Фәүзиә Ҡотлогилдина –Алтынбикә – Халыҡ сәсәне 26 .08.2021
ЗАМАНА ШАЙМОРАТТАРЫ
Башҡортостан ут эсендә- Урман яна, дала яна. Ер-әсәбеҙ улдарынан Ярҙам һорай ҡотҡарырға.
Ялҡынутҡа ҡаршы сыҡты Башҡортомдоң ир-аттары, Тыуған ер өсөн алыша Замана Шаймораттары.
Дошманға ҡаршы көрәштә Ҡоралдары –Тереһыуҙыр, Йөрәктәрҙә тыуған ерҙе Сикһеҙ һөйөү, яратыуҙыр.
Һәр тарафта көрәш бара Ялан, урмандар, тауҙарҙа, Башҡорттарым, ир-аттарым Еңеп ҡайтығыҙ һеҙ яуҙа.
Уралымдың уландары, Бөгөнгө Салауаттары, Ир-аттарҙың аҫылдары, Замана Шаймораттары.
Ялҡынутты юҡ итегеҙ, Ватанды азат итегеҙ, Түҙегеҙ, улдар, түҙегеҙ, Еңеүҙе байрам итербеҙ. Фәүзиә Ҡотлогилдина –Алтынбикә -Халыҡ сәсәне 27.08.2021
БОРХАТАУҘА УТ ҺҮНДЕРЕЛДЕ!
Борхатауҙа ут һүндерелде! Батыр егеттәрҙән еңелде! Ялҡынутты ауыҙлыҡлап, Тыуып үҫкән ерен яҡлап Ҡайтып килә ир-егеттәре!
Борхатауҙа ут һүндерелде! Янғын көсһөҙләнде, һүрелде! Башҡорттарҙың ҡыйыулығы, Бер йоҙроҡ була алыуы Был еңеүҙә асыҡ күренде!
Борхатауҙа ут һүндерелде! Рәхмәт һеҙгә шәп егеттәргә! Ялҡынутын еңеп ҡайткан, Берҙәмлектә ал бирмәгән Ғафуриҙең бөркөттәренә!
Борхатауҙа ут һүндерелде! Рәхмәт һеҙгә ҡатын-ҡыҙҙарға, Рәхмәт берҙәм халҡыбыҙға, Ярҙам кәрәк саҡтарында Ҡотҡарырға ҡулын һуҙғанға! Фәүзиә Ҡотлогилдина -Алтынбикә -Халыҡ сәсәне 28.08.2021
0:00
2:02
БОРХАТАУ ҠИССАҺЫ (Ялҡынут менән алыш)
Тимер аттар арбаһына Тейәлеште ир-егеттәр, Ил улдары ыласындар, Ҡарсығалар һәм бөркөттәр. Уҡлыҡая яланына Һәр көн иртән йыйылалар, Ҡатын-ҡыҙҙар, ағинәйҙәр Теләк теләп оҙаталар. Тау урманда юл булмағас, Еҙем һыуын юл иттеләр, Йылға буйлап тимер аттар Борхатауына киттеләр. Яу урыны –Борха тауы, Унда Ут һәм Ялҡын яуы, Ялҡынуты һөжүм иткән Еҙем паркы ҡурсаулығы. Ағастары янып ауа, Тауҙағы тереклек яна, Ялҡынут үткән ерҙәрҙә Ҡара ер һәм күмер ҡала. Борха тауының башында Йәшен атып ағас ауған, Ялҡын уты тиҙ арала Тирә-яҡты ялмап алған. Бына инде бишенсе көн Борхатауҙа бейеп уйнай, Ҡыҙыл итәк елберҙәтеп Һарғылт ҡыҙыл яулыҡ болғай. Төтөндәре үргә үрләп Тирә-яҡҡа тиҙ тарала, Еҙем буйын, үҙәндәрҙе Күк томандай баҫып ала. Күтәрелде изге яуға Тирә-яҡтың ир-аттары, Көслө рухлы батырҙары, Өйҙә ҡалды ҡурҡаҡтары. Улаға ярҙамға килде Тиҙ арала күп дуҫтары, Рухташтар һәм арҡаҙаштар, Ҡуштауҙағы яуҙаштары. Тереһыулы һауыттарҙы Арҡаға артмаҡланылар, Тау-таштарҙың араһынан Утҡа ҡаршы атланылар. Уҡтар урынына һыуҙы Атты улар Ялҡынутҡа, Ә Ялҡынут бирешмәйсә Ырғып, ырғып ҡасты аҫҡа. Төштө тауҙың итәгенә, Сабырға тип ул уйланы *Башҡортостан йөрәге*нә.
Батыр ирҙәр Ялҡынутты Тау тирәләп ҡамап алды, Ҡамауҙан сыҡмаһын тиеп Ерҙәр ҡаҙып ҡулса һалды. Был яҡтағы халыҡ берҙәм, Тиҙ үк ҡорға ойоштолар, Кем нисек булдыра ала Бары ла ярҙамлаштылар. Ашыҡтылар Ишембайҙар, Эстәрлеләр, Салауаттар, Башҡалабыҙ Өфөнән дә Килгән ҡыйыу ҡыҙҙар, улдар. Ете ят ярҙам итмәҫен Улар бик яҡшы беләләр, Аҫабалыҡ хоҡуҡтарын Башҡорттар һаҡлап киләләр. Йөрөнөләр ҡыйыу улдар Борхатауҙа Ут һүндереп, Бейек үрҙәр, ҡаяларға Еҙемдең һыуын мендереп. Һоғланам башҡорт халҡына Һеҙ ҡыйыуҙар, һеҙ батырҙар! Башҡа халыҡта булмаған Тиҙ арала ойошоу бар! Үҙ араһынан табалар Тиҙ үк ҡыйыу командирҙәр, Буйһоналар командиргә, Гүйә яуҙағы яугирҙәр! Ялҡынутын еңерһегеҙ Мин ышанам башҡорттарға, Ғафури ерендә үҫкән Рухлы егет- ир-аттарға!
Борхатауҙа көрәш бара: Ут һүндерә бик күп яугир, Уларҙың бар командиры, Ул –Юлыҡ егете Фәнүр! Хәл –торошто тәүге көндән Фәнүр үҙ ҡулына алды, Ҡыҫҡа, дөрөҫ мәғлүмәттәр Видеолар эшләп һалды. Бишенсе көн барған яуҙа Берҙәм фиҙакәрлек еңде! Сөнки бар халыҡ тырышты Иңдәренә ҡуйып иңде. Үҙҙәре килә алмаған Ризыҡтарға аҡса йыйҙы, Ҡатын-ҡыҙҙар бешеренеп Яугирҙәргә табын ҡорҙо.
Ямғыр һораны ололар Доғаларҙа мәсеттәрҙә, Бала-саға һыу һибешеп Теләнеләр теләктәрҙә. Бергәләшеп ямғыр һорап Һыу буйҙарына сыҡтылар, Дини изге йолаларға Халыҡ йолаһын ҡуштылар. Көн болотло, ямғыры юҡ Күпме генә һораһаҡ та, Ниңә ямғыр ебәрмәйһең Раббыҡайым, беҙҙең яҡҡа? Бар ышаныс яугирҙәрҙә Көрәшсе батыр ирҙәрҙә, Еңеүсе булып ҡайтығыҙ Яуҙан һеҙ тыуған ерҙәргә!
Көрәш бара бишенсе көн Яуға китә ир-уландар, Һүндерелһен Ялҡынуты, Янмаһын тау һәм урмандар, Оҙатып ҡала ҡатын-ҡыҙ Уҡлыҡая яланында, Үҙ тәбиғи ҡурсаулығы Еҙем йылғаһы ярында. Һоҡландырҙы был алышта Халҡыбыҙҙың берҙәмлеге, Барыһында ла бер теләк- Янғынды Еңеү теләге!
Бишенсе көнө көрәшкә Ике йөҙләп яугир китте, Һәм кискә улар ниһайәт Ялҡынутты тар-мар итте! Шул кешеләр араһында Минең ауылдаштар ҙа бар, Күршегә бәлә килгәндә Ситтә ҡаламы һуң дуҫтар?! Тереһыу менән үлтерҙе Көрәшселәр Ялҡынутты, Ялҡынуты хәле бөтөп Быҫҡыны ла ергә ятты. Уның йәне төтөн булып Таралды ла юҡҡа сыҡты. Еңеү килде! Еңеү килде! Ҡаршылағыҙ һеҙ ирҙәрҙе! Тыуған ерен Ялҡынуттан Яулап алған яугирҙәрҙе! Улар – илем батырҙары! Уралы, Салауаттары! Улар хәҙерге ваҡытта Терелгән Шаймораттары! Рәхмәт һеҙгә , ил улдары, Рәхмәт һеҙгә ил ҡыҙҙары! Әлеге көндө барығыҙ Башҡортостан йондоҙҙары! Батырҙарың ҡайтып килә Яуыз Ялҡынутты еңеп, Арбаларҙа йыр яңғырай *Беҙ – иң шәп егеттәр! *тиеп.
Һеҙ – иң шәптәр! Еңеүселәр! Берҙәмлекте төҙөүсөләр, Башҡорттарҙың батырлығын Һаҡлап, яҡлап килеүселәр!
Һеҙ – иң шәптәр! Еңеүселәр! Берҙәмлекте төҙөүсөләр, Башҡорттарҙың батырлығын Һаҡлап, яҡлап килеүселәр! Ауылдарҙың ир-аттары, Һеҙ бит донъя тотҡалары! Яу килгәндә тыуған илдең, Тыуған ерҙең һаҡсылары! Иҫән-һау ғына булығыҙ, Замананың ир-аттары, Дошмандарҙан илде һаҡлар Халҡыбыҙҙың һалдаттары! Батырҙарыңды онотма Башҡортостан – ғәзиз илем! Ысын батырҙарың һаҡлай Үҙ Ватанын –тыуған ерен!
Был ҡиссаны яҙған ваҡыт- Йыл – ике мең егерме бер, Ай – бик ҡоро Урағайы- Егерме һигеҙенсе август- Көн ваҡыты –киске эңер. Фәүзиә Ҡотлогилдина –Алтынбикә- Халыҡ сәсәне 28.08.2021
БАШҠОРТ ЕРЕ ДӨРЛӘП ЯНА...
Башҡорт ере дөрләп яна.. Раббым, ниңә һин күрмәйһең? Ямғырҙарыңды ебәреп Янғындарҙы һүндермәйһең?
Башҡорт ере дөрләп яна.. Иңрәшеп ағастар ауа, Далаларҙа, яландарҙа Үләндән көл-күмер ҡала.
Башҡорт ере дөрләп яна.. Ҡурсалмаған ҡурсаулыҡтар, Ялҡынуттан ҡотҡаралар Йәйәүле ябай ир-аттар.
Башҡорт ере дөрләп яна.. Ҡала түгел, ауылдарҙа, Әл дә халыҡ тиҙ туплана Утҡа ҡаршы райондарҙа.
Башҡорт ере дөрләп яна.. Ғүмерҙә булмаған ҡаза.. Халҡыбыҙға ни өсөн һуң Килде был рәхимһеҙ яза?
Башҡорт ере дөрләп яна.. Яуҙа батырҙар һынала, Тыуып үҫкән ерен яҡлап Батырҙар бөтмәҫ дан ала.
Башҡорт ере дөрләп яна.. Әллә инде яндыралар??? Ожмах кеүек гүзәллектән Көл һәм күмер ҡалдыралар..
Башҡорт ере дөрләп яна.. Яндырмаҫҡа бармы сара??? Эй, хоҙайым, ир-аттарға Көс-ҡеүәт бирсе ярҙамға..
Башҡорт ере дөрләп яна.. Утҡа ҡаршы алыш бара.. Башҡорт халҡы берҙәмлектә Ауылдарҙы һаҡлап ҡала.
Башҡорт ере дөрләп яна.. Тыуған ерҙә һуғыш бара, Ир-егеттәр был һуғышта Ҡаты сынығыуҙар ала.
Башҡорт ере дөрләп яна.. Ялҡынланып, төтәп яна.. Оҡшап ҡалған Башҡортостан Оло һуғыш яланына.
Башҡорт ере дөрләп яна.. Раббым, ниңә һин күрмәйһең? Ямғырҙарыңды ебәреп Янғындарҙы һүндермәйһең? Фәүзиә Ҡотлогилдина –Алтынбикә 2.09.2021
ЙӨРӘКТАУҒА ЯЛҠЫНУТ ҺӨЖҮМЕ (Ҡисса)
Шайтан тауҙан сыҡҡан Иблес Йөрәк тауға килеп етте, Борха тауында еңелгәс Йөрәк тауын өтмәк итте. Төнөн килде Йөрәк тауға, Кеше тыныс йоҡлағанда, Ағастар төнгө һиллектә Ял итеп тынып ҡалғанда. Иблес уты һайлап йөрөй Тәбиғи ҡурсаулыҡтарҙы, Башҡортостан гүзәллеген Йәшел урмандар, тауҙарҙы. Йылғаларҙы еңә алмай- Һыу Иблес ут өсөн үлем! Иблескә бирешмәҫ өсөн Йылғаларың һаҡла, илем! Йөрәк тауға -Изге тауға Ирекмәндәр йыйылдылар, Хеҙмәткәрҙәр менән бергә Йөрәк тауға артылдылар. Ялҡынут Йөрәк тауының Түбәһенә менеп еткән, Түбәһенән итәгенә Йыландай һуҙылып киткән. Йөрәк тауҙың аяҡтарын Һөйгән Ағиҙеле йыуа, Дошмандың һөжүмен күреп Ағиҙел дә илай ана.: *Ялҡынутын һүндерергә Тере һыу һибергә кәрәк! Шул саҡта Ялҡынут үлер, Тере ҡалыр шихан Йөрәк.* Кешеләр тау түбәһенән Сылбыр булып теҙелделәр, Ҡулдан -ҡулға Ағиҙелдән Тере һыу алып бирҙеләр.
Тере һыу - әкиәт түгел, Тере һыу ул - йылға һыуы, Тере һыу ул - шишмә һыуы, Тере һыу ул - ямғыр һыуы!
Ағиҙелдең Тере һыуын Ялҡынутына һиптеләр, Ялҡынуттың дәрт-дарманын Тиҙ арала кәметтеләр, Ялҡынын да һүрелттеләр. Быҫҡыны ла Ялҡын үлде.. Бейеп алды тик бер көндө, Ике мең егерме берҙә Икенсе Һарысай көнө. Юрматы ырыуы халҡы Был Еңеүгә һөйөндөләр, Ә Иблес Ут яҡлылары Еңелеүгә көйөндөләр, Тиҙ арала ут осҡонон Һалды улар Ырымбурға, Шул арала ҡотороноп, Ауылда йорттар яндырып, Күсте улар Күгәрсенгә, Баймаҡта яландар ялмап Менмәк итте Ирәндеккә. Тирә-яҡты Ут ялманы!!! Гүйә ҙур һуғыш майҙаны!!! Яна Башҡорт илендәге Урмандары һәм тауҙары... Кешеләр тиҙ берләштеләр, Бирешмәҫкә һөйләштеләр, Ҡулда ни бар шуның менән Утҡа ҡаршы көрәштеләр, Ярҙам һорап орандарын Тирә-яҡҡа тараттылар.. Башҡаланан ярҙамға тип Ярҙамсылар оҙаттылар. Баймаҡтағы был ваҡиға Шундай ҙа ҡот осҡос ине, Ялҡынуттың юлдарында Ауыл - ауыл халыҡ ине.. Был көн өсөнсө Һарысай Ике мең егерме берҙең...
Ялҡынуттың һөжүме шәп, Бында төтөн, бында янғын, Ә мин тарихта ҡалһын тип Ҡисса -шиғри юлдар яҙҙым. Фәүзиә Ҡотлогилдина –Алтынбикә 3.09.2021
ЯМҒЫР ТЕЛӘЙЕМ (Теләк)
Ямғыр, ямғыр, кил инде, Һағынып бөттөк һине, Шифалы тамсыларыңа Ҡойондор әле Ерҙе. Ямғыр, ямғыр , кил инде, Ямғыр, ямғыр, яу инде.
Ерҙәр ярылып бөттө, Үләндәр көйҙө инде, Кешеләр әлһерәне, Мал-тыуар ҙа йөҙәне. Ямғыр, ямғыр , кил инде, Ямғыр, ямғыр, яу инде.
Ағастар ҙа һорайҙар, Сәскәләр ҙә илайҙар, Доғаларҙа ғына тора Әбейҙәр һәм бабайҙар. Ямғыр, ямғыр , кил инде, Ямғыр, ямғыр, яу инде.
Тирә-яҡтар йәшәһен, Бәрәңгеләр ҙә үҫһен, Алмағаста алмалар Һутланып ҡына бешһен. Ямғыр, ямғыр , кил инде, Ямғыр, ямғыр, яу инде.
Күктә йөҙгән болоттар Беҙҙең яҡҡа килегеҙ, Тәбиғәтте терелтергә Шифалы һыу һибегеҙ. Ямғыр, ямғыр , кил инде, Ямғыр, ямғыр, яу инде.
Кил дә ҡой әле, ямғыр, Күккә эленһен йәйғор, Ялбарып беҙ һорайбыҙ Килсе, кил инде, ямғыр. Ямғыр, ямғыр , кил инде, Ямғыр, ямғыр, яу инде.
Ямғыр яуһа, шатланып Ҡаршыларға сығырбыҙ, Теләк ҡабул булды тип Рәхмәттәрҙе уҡырбыҙ, Ямғыр, ямғыр , кил инде, Ямғыр, ямғыр, яу инде. Фәүзиә Ҡотлогилдина - Алтынбикә - Халыҡ сәсәне..
НИҢӘ ЯМҒЫР ЯУҘЫРМАЙҺЫҢ? (Аллаһтан ямғыр һорау)
Ниңә ямғыр яуҙырмайһың? Янғындар ҡотора бит, Башҡорт иле урмандары Янып көлгә ҡала бит.
Ниңә ямғыр яуҙырмайһың? Ер сарсап ярыла бит, Барлыҡ йәшеллек ҡыуарып Һарғайып ултыра бит.
Ниңә ямғыр яуҙырмайһың? Кешеләр интегә бит, Урман янып күп йәнлектәр, Бөжәктәр үләләр бит.
Ниңә ямғыр яуҙырмайһың? Доғалар ҡылалар бит, Бар кеше лә теләк теләп Ямғырҙар һорайҙар бит.
Ишет инде, ишет Раббым, Илай-илай һорайым, Халыҡтың һорауын һиңә Еткерәмен хоҙайым.
Яуҙыр инде ямғырыңды, Яуһын Тереһыу булып, Яҡутиялағы кеүек Яуһын ямғырҙар ҡойоп.
Һүндер Раббым янғындарҙы Шифалы ямғыр биреп, Ер, урман китер йәшәреп, Бар тереклеп терелеп.
Яуҙыр инде ямғырыңды Бөгөнгө көн Еремә, Утта янып көйөп бөткән Башҡортостан еренә.
Яуҙыр, яуҙыр, яуҙыр, яуҙыр.. Һорайым илай-илай, Минең менән был илдәге Барлыҡ халыҡтар һорай. Фәүзиә Ҡотлогилдина –Алтынбикә- Халыҡ сәсәне. 18.08.2021
РАББЫҠАЙЫМ, ЯМҒЫР ЯУҘЫР.. (Ямғыр һорау)
Тәбиғәтте терелтергә, Ҡоштарыңды һайратырға, Йәшәү һулыштары өрөп Кешеләрҙе йылмайтырға Раббыҡайым, ямғыр яуҙыр, Раббыҡайым, ямғыр яуҙыр..
Эҫелектән бөртөкләнгән Тупрағыңды дымлатырға, Тышта яуған ямғыр көйөн, Шатлыҡ көйөн тыңлатырға, Раббыҡайым, ямғыр яуҙыр, Раббыҡайым, ямғыр яуҙыр..
Әлһерәшкән үҫентеләр Һабаҡтарын турайтырға, Ут уйнаған урмандарҙы Ялҡындарҙан таҙартырға Раббыҡайым, ямғыр яуҙыр, Раббыҡайым, ямғыр яуҙыр..
Күк күкрәтеп, ҡойоп, ҡойоп Яуһын ине күктән ямғыр, Һиңә генә ялбарабыҙ, Еребеҙгә ямғыр яуҙыр.. Раббыҡайым, ямғыр яуҙыр, Раббыҡайым, ямғыр яуҙыр.. Фәүзиә Ҡотлогилдина –Алтынбикә 24.08.2021
ЯМҒЫР ЙЫРЫ
Бөгөн иртән ҡойоп-ҡойоп, Кәрәклеген бик ныҡ тойоп Яуҙы ямғыр, яуҙы ямғыр.. Ямғырҙың Тере һыуынан Мөғжизәле шифаһынан Һүнде янғын, һүнде янғын..
Доғаларҙы ҡабул итеп, Кешеләргә ярҙам итеп Бирҙе хоҙай, бирҙе хоҙай. Яманлыҡтарҙан арала, Мәрхәмәтеңдән ташлама, Эй, Раббыҡай, эй, Раббыҡай..
Танһыҡлаған ер өҫтөндә Моңло, матур йыр яңғырай, Ямғыр йырлай, ямғыр йырлай.. Бар тереклек шатланышып, Һөйөнөшөп, ҡыуанышып Йырҙы тыңлай, йырҙы тыңлай..
Шифа булып тәбиғәткә, Йән өрөп һәр бер төбәккә Яусы ямғыр.. яусы ямғыр.. Күңелдәрҙе наҙландырып, Йәшәү дәрттәрен арттырып Йырла ямғыр, йырла ямғыр!!! Фәүзиә Ҡотлогилдина –Алтынбикә 4.09.2021
ТЕРЕ ҺЫУ
Тере һыу - әкиәт түгел, Тере һыу ул - йылға һыуы, Тере һыу ул - шишмә һыуы, Тере һыу ул - ямғыр һыуы!
Эҙләмәгеҙ Тере һыуҙы Һеҙ боронғо эпостарҙан, Тереһыуҙың барлығын бел Тулы һыулы йылғаларҙан.
Тере һыуҙың барлығын бел Шишмәләрҙән сылтыраған, Тәбиғәтебеҙ терелтеп Күктән яуған ямғырҙарҙан.
Эҙләмәгеҙ әүүәлдәрҙән, Эҙләгеҙ һеҙ хәҙергенән, Тереһыуҙың тылсымының Белегеҙ һеҙ ҡәҙерҙәрен! Фәүзиә Ҡотлогилдина -Алтынбикә - Халыҡ сәсәне
ҠОРО ЙЫЛҒА - ЙЫЛАЙЫР
Һыу аҫтымы? Һыу өҫтөмө? Һис бер ни ҙә аңлашылмай, Ҡоро йылға таштарынан Үргә таба бер ир атлай. Йылайыр юҡ..Ҡоро үҙән, Балыҡтары күптән үлгән, Йылғаларҙың ҡороғанын Әйтегеҙсе, кемдәр күргән? Һыу аҫтының донъяһында Бары таштар ғына ҡалған, Йылға ер өҫтөнән ҡасып Ер аҫтына юлдар алған.
Ер өҫтәнән аҫты яҡшы, Тиеп йылға уйлағанмы? Әллә ер өҫтөн ташларға Башҡа сәбәптәр булғанмы?
Ҡабат һыу өҫкә ҡалҡырмы? Ә балыҡтар юғалырмы? Егерме бер ҡоролоғо Шулай тарихта ҡалырмы?
Нилектән ҡороған һуң ул? Сәбәптәрен кемдәр белә??? Ҡороған йылға төбөнән Бер ир кеше атлап килә.. Фәүзиә Ҡотлогилдина –Алтынбикә 6.09.2021
ЕГЕРМЕ БЕРЕНСЕ БЫУАТТЫҢ ЕГЕРМЕ БЕРЕНСЕ ЙЫЛЫ
Егерме беренсе быуаттың егерме беренсе йылында ҡотосҡос ҡоролоҡ булды.Урағайы –август айында гүзәллеге ожмахҡа тиң Башҡортостандыңтау –урмандарын янғындар ялмап алып ҙур зыян килтерҙе.Янғын үткән ерҙәрҙә ҡап-ҡара ер, көл-күмер генә ҡалды.Күп кенә йылғалар ҡороно, ҡоромағанының һыуы әҙәйҙе.Кешеләрҙең тере һыуға – йылғаларға иғтибары кәмеүе арҡаһында күп йылғаларҙы ләм ҡаплап алды.Һәр районда урман янғындары менән фиҙакәр көрәштеләр,ауылдарға яуыз Ялҡынутты индермәҫ өсөн көнө-төнө ҡарауылда торҙолар. Шәп янғындар теп-теүәл бер ай 4 августан 4 сентябргә тиклем дауам итте. Аллаһы тәғәләнең ҡөҙрәте кешеләргә ярҙамға ямғыр ебәреүе арҡаһында ғына Утялҡын еңелде. Был йөрәк әрнеткес көндәрҙә бик күп шиғырҙарым тыуҙылар, мин уларҙы интернет селтәренә һала барҙым.Икенсе яҡтан 2019 йыл башланып киткән Ковид- Тажзәхмәт ауырыуы кешеләрҙе ҡырҙы.Көньяҡ райондарҙа йәй буйына ямғыр булмау сәбәпле игендәрҙең уңышы булманы, малдарға бесән итеп сабып алырға үлән үҫмәне, үҫкәнен янғын яндырҙы. Малдарҙы күпләп иткә тапшырыу башланды. Йөҙ йыл аша тарих ҡабатлана...Егерменсе быуаттың егерме беренсе йылында ла ҡоролоҡ, аслыҡ булған бит.Әлеге ваҡытта шөкөр, аслыҡ булмаҫ, кешеләргә ризыҡ етерлек. Тәбиғәтебеҙ терелеп, йылғалар кире үҙәндәренә ҡайтып тулы һыуланып аҡһындар, йылғаларҙа балыҡтар йөҙһөндәр, урмандарҙа ағастар шаулап үҫһен, ағастарҙа ҡоштар һайраһын,тауҙар йәшәрһен, ялан –болондарҙа мең төрлө сәскәләр үҫһендәр, бал ҡорттары сәскләрҙән балдар йыйһындар, халҡыбыҙ үҙ асылына ҡайтып туған телебеҙҙә йырҙар , шиғырҙар яңғыраһын , бейеүҙәр донъя яулаһын, халҡыбыҙ берҙәмлектә шат йәшәһен! Фәүзиә Ҡотлогилдина –Алтынбикә –Халыҡ сәсәне. 4.09.2021
УҠЛЫҠАЯЛАҒЫ ҠАРАҒОШ
Уҡлыҡаям минең ике ерҙә, Береһе уның тыуған яғымда, Әтәлге –шоңҡарҙар төйәк иткән Юрматыла, Маҡар янында.
Икенсеһе – күп ғүмерем уҙған Ғафуриҙә –торған еремдә, Ҡарағош –бөркөттәрҙең ояһы Уҡлыҡаям - Табын ерендә.
Ата-баба ошо ҡаяларҙан Уғын сойорғотҡан дошманға, Кәңәштәргә, оло йыйындарға Йыйылғандар иркен яланға.
Табын ырыуының вариҫтары Ҡарағоштоң һынын ҡойҙолар, Киләһе быуындар белһен өсөн Ҡошто һәйкәл итеп ҡуйҙылар.
Ҡанаттарын йәйгән ырыу ҡошо Торһон һаҡлап Табын ерҙәрен, Өндәп торһон милли батырлыҡҡа Ҡыйыу, рухлы ырыу ирҙәрен Фәүзиә Ҡотлогилдина –Алтынбикә –халыҡ сәсәне. 21.09.2021
Ҡарағош –Табын ырыуының ҡошо. Әтәлге (Инә шоңҡар) – Юрматы ырыуының ҡошо.
ЫРЫУ ҠОШО ҠАРАҒОШ
Ырыу ҡошо Ҡарағош Уҡлыҡая янында, Ҡанат йәйеп уяу тора Ырыуымдың һағында.
Ырыу ҡошо Ҡарағош- Бөркөттәр нәҫеленән, Табын ырыуы улдары Уғын аталар мәргән!
Табын ырыуы ирҙәре - Ҡарағоштар, бөркөттәр, Үҙ еренән дошмандарҙы Бик йыраҡҡа өркәтәр.
Һай , Ҡарағош, Ҡарағош, Ырыу ерен һаҡлап тор, Был ерҙәрҙә көн итәләр Аҫабалы башҡорттар. Фәүзиә Ҡотлогилдина -Алтынбикә 21.09.2021
ҒАФУРИ ҺЫЛЫУҘАРЫ
Ғафуриҙә генә үҫә Ҡыҙҙарҙың һылыуҙары, Йөрәгеңде елкендерә Йылмайып тороуҙары. Ғафури һылыуҙарына Бар егеттәр ғашиҡтар, Улар кеүек уңған ҡыҙҙар Башҡа яҡтарҙа юҡтар. Ғафуриҙә үҫкән ҡыҙҙар Бейеүгә лә оҫталар, Бәйгеләрҙә ал бирмәйҙәр Еңеү яулап ҡайталар. Ғафури һылыуҙарының Күңелдәре бик нескә, Күңелдәре нескәлеген Һала беләләр хискә. Көгөш буйҙарында үҫә Ғафури һылыуҙары, Һүҙҙәрендә сағылалар Шишмә сылтырауҙары. Еҙемендә, Мәндемендә Улар һыу инеп үҫкән, Мағашының, Аҡташының Тәбиғи көсө күскән. Эй, Ғафури һылыуҙары, Йылмайып тороуҙары, Илем күген биҙәп торған Иң сағыу йондоҙҙары! Фәүзиә Ҡотлогилдина –Алтынбикә 8.03.2021
ҠӘЙНӘЛӘР
Ҡәйнәләр ҙә ҡатын-ҡыҙ затынан Уға ауыр һүҙҙәр әйтмәгеҙ, Күңелдәре һәр саҡ бөтөн булһын, Ҡәйнә күңелдәрен китмәгеҙ.
Улар һеҙгә ғүмер кисерергә Улдар, ҡыҙҙар бағып үҫтергән, Бәпләп һөйгән ғәзиз балаһына Әйбәт кейәү, килен теләгән.
Балаҡайы белем алған саҡта Икенсе ҡат мәктәп уҡыған, Ауырыһа уның яндарында Йоҡламайса төнөн ултырған.
Ҡәйнәләрҙе үҙ әсәгеҙ кеүек Яҡын кеше итеп күрегеҙ, Иҫән саҡта ҡәҙерҙәрен белеп Яндарына ҡайтып йөрөгөҙ.
Ҡәйнә - хәләл йәреңдең әсәһе, Әсәйҙәрҙе һәр кем ярата, Ҡәйнәләр ҙә ғаилә күгендә Яҡты, йылы нурын тарата.
Һеҙҙең балағыҙға Оло әсәй Тормош тотҡалары ҡәйнәләр, Бик бәхетле йәшәй был донъяла Ҡәйнәләре булған ғаиләләр. Фәүзиә Ҡотлогилдина –АЛТЫНБИКӘ
КИЛЕНДӘР ҺӘМ ҠӘЙНӘЛӘР (Нәсихәт)
Ата –әсә янында килендәр Иркә ҡыҙҙар булып үҫәләр, Ҡәйнә тупһаһынан атлап кергәс Улар Килен булып китәләр.
Ҡәйнә мендәр һала баҫтырырға: *Уң аяҡтан баҫ һин, килен, -ти, Ошо ҡапҡан майҙай һүҙең йомшаҡ, Балдай татлы булһын телең,*- ти
Туй башлана.. Теләктәр әйтелә.. Береһе лә буш һүҙ түгелдәр, Йәшәү ҡағиҙәһе булып торор Ҡотлау һәм теләктәр әйтелә.
Йәш киленде һис тә рәнйетмәгеҙ, Килен инде - һеҙҙең ғаилә, Үҙ ҡыҙыңдай күреп Килендәрҙе Ҡабул итегеҙсе ғаиләгә.
Ҡыҙы булмағанға ҡыҙы булһын, Улдарына тормош юлдашы, Һеҙҙең фамилияны арттыра бит Килендәрҙең тапҡан балаһы.
Ҡәйнә үҙе бер саҡ Килен булған, Олоғайғас булды ул Ҡәйнә, Ҡәйнәләргә бирер кәңәшем шул: *Киленеңде һөй һәм ҡәҙерлә!*
Килендәргә минең әйтер һүҙем: *Ҡәйнәләргә ауыр һүҙ әйтмә, Ҡәйнәң бит ул һиңә ир үҫтергән, Һин үҙең дә буласаҡ Ҡәйнә!*
Ҡәйнәләрҙән тыуған улдар ҙа бит Үҙ Ҡәйнәләренә - Кейәүҙәр, ҒАИЛӘ тип аталған донъяла Ныҡлы булһын ошо терәүҙәр! Фәүзиә Ҡотлогилдина –Алтынбикә –халыҡ сәсәне. 14.09.2021
ТОРМОШ ЮЛДАШЫМА
Минең өлөшөмә һин төшкәнһең, Һинең өлөшөңә мин төштөм, Һайланмайса өлөштәрҙе тотоп Йәнәшәләп атлап беҙ киттек.
Тормош тип аталған был донъяла Атланыҡ беҙ төрлө юлдарҙан, Әммә үҙебеҙҙең өлөштәрҙе Төшөрмәнек һис тә ҡулдарҙан.
Ул юлдарҙың булды ауырҙары, Булды киңдәре һәм тарҙары, Ҡайһы ваҡыт еңел генә барҙыҡ, Булды һикәлтәле тауҙары.
Ә барыбер бер ҙө арыманыҡ Ниндәй генә юлдар уҙһаҡ та, Сөнки беҙгә көс-ҡеүәт бирерлек Өлөшөбөҙ бар бит ҡулдарҙа! Фәүзиә Ҡотлогилдина
ИКЕ ҠЫҘЫМ
Иртә-кисен шөкөр итәм,Раббым, Бүләк иттең миңә ике ҡыҙ, Апай-һеңле бәхете бирмәгәнгә Булмаһын тип донъяла яңғыҙ.
Серҙәремде яҡын дуҫтар күреп Иң тәүҙә мин һеҙгә һөйләйем, Ауырлыҡтар еңеләйеп ҡала Уртаҡлашһам һеҙҙең менән мин.
Бер шатлығым өс тапҡырға арта Бергәләшеп әгәр һөйөнһәк, Ҡайғылар ҙа таралышып китә Урталарға һалып көйөнһәк.
Үҙегеҙ ҙә ике ҡыҙлыһығыҙ, Бәхеттең был иң-иң ҙурыһы, Улдарығыҙ - атай даны булһа, Ҡыҙҙарығыҙ - һеҙҙең күҙ нуры!
Ике ҡыҙым минең - ике ҡанат Иҫән генә була күрегеҙ, Бөтөн байлыҡтарҙан артығыраҡ Һеҙҙең әйткән матур һүҙегеҙ! Фәүзиә Ҡотлогилдина
ҠЫҘҘАРЫМА
Ике генә бер туған һеҙ Ике ҡыҙым, Ғүмеремдең дауамы һеҙ Ике ҡыҙым. Бер туғаның башҡа булмаҫ Нишләһәң дә, Бар донъяны меңәр ҡабат Иңләһәң дә. Ике ҡыҙым,минең ике Бәхетем һеҙ, Ҡартайғанда күҙем терәр Өмөтөм һеҙ. Ике ҡыҙым,хоҙай биргән Бүләк бит һеҙ Бер-берегеҙгә таяныс, Терәк бит һеҙ. Апай-һеңле булыу оло Бәхет бит ул, Ошо бәхетте һаҡларға Кәрәк бит ул.. Ике туған араһына Ят кертмәгеҙ, Бер-береңә яман һүҙҙәр Һеҙ әйтмәгеҙ. Йәшәгеҙ һеҙ яҡшыларҙы Гел дуҫ итеп, Ямандарҙан ҡасығыҙ һеҙ Йыраҡ китеп. Бер-береңә ярҙам кәрәк Ҡайһы берҙә, Шул ваҡытта булығыҙ һеҙ Икәү бергә. Айрылғанды айыу ашар Айрылмағыҙ, Бүленгәнде бүре быуыр, Бүленмәгеҙ. Йөҙөгөҙҙә нурҙарығыҙ Һүрелмәһен, Был донъялар ауыр булып Күренмәһен.. Балаларҙы үҫтерегеҙ Серҙәш итеп, Шул ваҡытта ҡәҙерләрҙәр Хөрмәт итеп. Донъяларҙы көтөгөҙ һеҙ Тәртип менән, Олоһо-кесеһе булһын Тәүфиҡ менән. Ҡәҙер-хөрмәт күрһәтегеҙ Килгәндәргә, Ҡөръәндәрен уҡытығыҙ Үлгәндәргә. Өйрәнегеҙ һеҙ уҡырға Доғаларҙы, Изге доғалар һаҡларҙар Балаларғҙы. Хоҙай һеҙгә ярҙамдарын Бирер, балам.. Ошо хаҡта һорағыҙ гел Һеҙ Алланан. Эргәләге йәрегеҙҙе Хуп күрегеҙ, Бер-береңә йылмайышып Юл бирегеҙ. Күңел биреп эшләгеҙ һеҙ Эшегеҙҙе, Юғарыға үрләтерҙәр Үҙегеҙҙе. Икегеҙ ҙә һеҙ аҡыллы, Уңғанһығыҙ, Бар нәмәне лә аңларлыҡ Булғанһығыҙ. Ике ҡыҙым,ике ҡанат, Ике алмам, Ошо булыр һеҙгә әйтер Минең яҙмам. Фәүзиә Ҡотлогилдина –АЛТЫНБИКӘ
ЕЙӘН- ЕЙӘНСӘРҘӘРЕМ
Һеҙ бит минең ете шатлыҡ, Бәхетем, ҡыуанысым, Тормош күгендә балҡыған Йондоҙҙар, йыуанысым!
Һеҙ бит ғүмер ағасының Иң тәмле емештәре, Раббым миңә бүләк иткән Бәхетем өлөштәре!
Һеҙ бит минең ҡолонсағым, Алмалар,еләктәрем, Һеҙгә һәр иртә теләйем Иң изге теләктәрем!
Етегәндәй балҡып торған Ейән-ейәнсәрҙәрем, Ете күңел донъяғыҙҙа Уртаҡ минең серҙәрем!
Һеҙ- минең һөйөклөләрем Йәнемдең киҫәктәре, Һеҙ бит минең тормошомдоң Иң сағыу биҙәктәре!
КЕЙӘҮҘӘРЕМ -УЛДАРЫМ!
Улдар бирмәгәнгә Раббым Аллаһ, Бирҙе беҙгә яҡшы кейәүҙәр, Ике кейәүебеҙ ғәзиз улдай Ғаиләгә ныҡлы терәүҙәр . Ниндәй ярҙам кәрәк икәнлеген Әйтмәйсә лә һиҙеп торалар, Үҙебеҙҙән тыуған улдар кеүек Күңелдәге уйҙы тоялар.
Оло рәхмәт һеҙгә, кейәүҙәрем, Кейәү генә түгел, улдар һеҙ! Изгелекле һәм Хәйерле булған Иманлы ла булған юлда һеҙ!
Кәрәк саҡта улар минутында, Сәғәтендә килеп етәләр, Ярҙам итеп ҡулдан килгән эшен, Оло шатлыҡ бүләк итәләр.
Һәр икегеҙҙең дә ғаиләгеҙ Иҫән-имен , ныҡлы булһындар! Өйөгөҙҙә һеҙҙе шау-гөр килеп Улдар, ҡыҙҙар көтөп торһондар!
Беҙгә иткән изгелектәрегеҙ Үҙегеҙгә урап ҡайтһындар, Алға барған тормош юлығыҙҙа Бәхет юлы булып ятһындар! Фәүзиә Ҡотлогилдина-АЛТЫНБИКӘ
КЕЙӘҮҘӘРЕМ
Унар йыллыҡ менән һыналғандар Кейәүҙәрем-минең улдарым, Ҡыҙҙарымды-наҙлы гөлдәремде Тапшырғандар һеҙгә ҡулдарым.
Ялан булып ятҡан буш ерҙәрҙә Донъяларҙы төҙөк иттегеҙ, Сәскә атып килгән гөлдәремә Һулытмайса һыуҙар һиптегеҙ.
Йәмләһендәр һеҙҙең әйөгөҙҙө Тормош сәскәләре-балалар, Уларҙың бит барлыҡ бәхеттәре Кейәүҙәрем,һеҙҙән торалар.
Хәҙер инде ныҡлы әйтә алам, Кейәүҙәрем––уңған,аҡыллы, Һаҡла,Раббым,минең кейәүҙәрҙе Улар-ҡыҙҙарымдың яртыһы! Фәүзиә Ҡотлогилдина-АЛТЫНБИКӘ
АҠЙЕГЕТКӘ
Халыҡ сәсәне Фларис Ғайсингә 70 йәшенә Ҡотлау
Һай, Аҡйегет, Аҡйегет, Аҡ егет - Сәсән егет! Ғүмер байрамын билдәләй Етмешкә еттем тиеп. Ул – ҡобайырҙар оҫтаһы, Сәсәндәрҙең остазы, Һинең кеүек сәсәндәргә Тарҙыр сәхнә уртаһы!
Барып еттең Өфөләге Алтын Тирмә түренә, Етәкләгән мәктәбеңдә Эштәр ҙә шәп күренә. Етмеш йәшеңде ҡотларға Бара алмайым үҙем, Барып етһен Ҡотлау аша Сәсәни шиғри һүҙем. Ғафуриҙән Салауатҡа Ҡайнар йөрәк сәләме, Һәр саҡ юғарыла булһын Салауаттың әләме!
Салауат ерендә үҫкән Бик күп оло шәхестәр,
Салауат, Байыҡ, Рәмиҙәр Һәм Фларис кеүектәр!
Теләйем һиңә, Аҡйегет, Ныҡлы һаулыҡ, пар бәхет, Халҡыңдың һөйөүө булһын
Иң дәрәжәле тәхет!
Әлегеләй гелән шулай Халҡың араһында бул, Халыҡ һиңә үҙ исемен Юҡҡа бирмәгәндер ул. Етмеш йәшең Ҡотло булһын Халыҡ улы –Фларис! Салауаттың йор сәсәне Һай, афарин! Маладис! Фәүзиә Ҡотлогилдина –АЛТЫНБИКӘ 18.03.2020
ГӨЛСӨМГӘ ҠОТЛАУ (Монасыповаға)
Сибәрлектә тиңдәше юҡ, Йомшаҡ телле, һөйкәмлө, Тирә-яғындағыларға Нурлы ҡояш шикелле.
Илһөйәр ҙә, телһөйәр ҙә, Үҙе бигерәк уңған, Гимназия бәхетенән Әл дә Гөлсөмкәй тыуған!
Ҡотло булһын тыуған көнөң! Һин Ғафури биҙәге! Милләт биҙәүестәренең Аҫыл ҡашлы йөҙөгө! Фәүзиә Ҡотлогилдина –Алтынбикә 10.09.2021
ПОЖАРНАЯ МАШИНАНЫ ҠОТЛАП
Быйылғы йәй ҡоро булды Янғындар сығып торҙо, Тотош август айы буйы Ут-ялҡын бик ҡоторҙо..
Унда янғын, бында янғын.. Эй,шашынды ут-ялҡын! Әл дә барыһы берләшеп Һүндерҙе утты халҡым!
Һүндергес машина алдыҡ Күмәкләшеп йыйылып, Рәхмәт хөкүмәтебеҙгә Торғанға ярҙамлашып!
Һәр кемдең биргән өлөшө Хәйер-саҙаҡа булһын, Һүндергес машина булһын, Тик янғыны булмаһын!
Янғындар сыҡмаһын ине Табын биләмәһендә, Беҙҙең яңы машинабыҙ Һаҡлаһын эргәбеҙҙә! Фәүзиә Ҡотлогилдина –Алтынбикә 15.09.2021
ҺАЙЛАУ
Һайлау көнө һайлауға бар, Бармайса өйҙә ҡалма, Күңелеңә оҡшағанын, Үҙең һөйгәнде һайла! Депутат һайларға тиҙәр, Фирҡә (партия) лә һайлау көтә, Уйланырға ваҡытың аҙ Өс көндән һайлау етә. Ғәҙеллеккә, дөрөҫлөккә Ышанысың юғалтма, Илебеҙ яҡшырһын өсөн, Өмөттәр яҡтырһын өсөн, Үҙең оҡшатҡан кешегә, Халыҡҡа яҡын фирҡәгә Тауыш бирергә атла! Фәүзиә Ҡотлогилдина - Алтынбикә
МӨМКИН БУЛҺА
Мөмкин булһа әгәр, барығыҙға Бүләк итер инем шатлыҡты, Мөмкин булһа , барлыҡ дуҫтарыма Алып бирер инем һаулыҡты!
Мөмкин булһа, барса күңелдәргә Сәсеп сығыр инем иманды! Аҙайырҙар ине насарлыҡтар Айырһалар яҡшы- яманды!
Мөмкин булһа әгәр, һәр кешегә Өләшер ҙә инем бәхетте, Ҡулдарына тотҡан бәхет менән Булыр ине һәр кем бәхетле!!
Мөмкин түгел шулай таратырға Иман, шатлыҡ, бәхет, һаулыҡты! Ысын күңелемдән теләп ҡалам, Хоҙай бирһен ошо байлыҡты!!! Фәүзиә Ҡотлогилдина - Алтынбикә
АҘАШҠАН ШАҠАЙ
Әллә аҙашҡанмы, Шаҡай Яҙлығып ҡыш юлынан? Ямғыр яуа шабыр-шобор, Гүйә тышта яҙ булған.
Юл буйынса күләүектәр, Гөрләүек аға гөрләп, Ҡарлы урамда юл ярып Селтер-селтер селтерәп..
Ямғыр әйләнә рашҡыға- Ҡар ҡатыш боҙло ямғыр, Ысынлап та Шаҡайыбыҙ Яҙҙарҙа аҙашҡандыр.
Илама Шаҡай, илама, Ҡыш юлын һин табырһың! Буранайҙа яҙ тип тормай Юлға көрттәр һалырһың. Фәүзиә Ҡотлогилдина –АЛТЫНБИКӘ. 6.02.2021
Шаҡай - февраль Буранай –март. Рашҡы – ҡар ҡатыш ямғыр.
АЙЫУТАУҘА НИҘӘР БАР? (Әйтеш)
1-Айыутауҙа ниҙәр бар? Бармы унда айыуҙар?
2-Айыутауҙа айыу юҡ, Айыутауҙа селек бар.
1-Айыутауҙың битләүендә Бешкәнме һуң еләктәр?
2-Еләктәре көйөп бөткән, Үҫә бары селектәр.
1-Айыутауға барҙыңмы, Унда селек йыйҙыңмы?
2-Олатай менән барҙыҡ, Күп итеп селек йыйҙыҡ.
1-Ниңә улай күп һындырҙың? Ул селекте нишләтәң?
2- Һепертке итеп бәйләйем, Ишегалдын һеперәм.
1- Һабантуйҙар була тиҙәр Айыутау битләүендә,
2- Эйе! Район һабантуйы Гөрләп тора июндә.
1- Ә быйыл Айыутауына Һабантуйға барҙыңмы?
2- Юҡ барманым..Тажлы вирус Тартып алды байрамды.
1-Ҡайғырмайыҡ, булыр әле Айыутауҙа байрамдар!
2- Әлегә һин Айыутауға Селек һындырырға бар!
-Эй, Айыутау, Айыутау, Һөҙәк кенә матур тау, Ватан ауылы тауына Был әйтеш булһын маҡтау! Фәүзиә Ҡотлогилдина –АЛТЫНБИКӘ. 13.07.2020
Ватан ауылы янында Лукойл заправкаһы тирәһендә һөҙәк кенә бер тау бар.Уның исеме – Айыутау. урыҫтар Медвежья гора тип йөрөтәләр. Һуңғы йылдарҙа Ғафури районы һабантуйы Айыутау битләүендә үтә, сөнки бик матур ер ул Айыутауы! Етмәһә урта бер ерҙә булғас, бар яҡтан килеүселәргә лә уңайлы! .Шул тауҙың бер битләүе тулы Селеклек! Егәрле кешеләр ваҡыт табып барып селек һындырып алып ҡайтып һепертке бәйләп ҡуялар.Йәй көнө лә, ҡыш көнө лә ишегалдын таҙа тотор өсөн бик шәп ул селек һепертке! Беҙҙең яҡтың тәбиғи байлығы иҫ китмәле бит ул! Айыутау - Медвежья гора, Селек - чилига. Селеклек- чилижник Фәүзиә Ҡотлогилдина –АЛТЫНБИКӘ.
ҘУРАЙҒАС КЕМ БУЛАҺЫҢ? (Айҙар һәм Арслан әйтеше)
Арслан: Әссәләмәғәләйкүм! Беҙҙең Ватан ауылында Ҡайһылай ҡунаҡтар күп!
Айҙар: Сәләм, сәләм! Кем булаһың? Мин - батыр егет Айҙар, Оләсәй, олатайымдың
Кесе ейәне булам.
Арслан:
Ә минең исеме Арслан, Әйҙә, беҙ дуҫ булайыҡ, Туған телде, тыуған ерҙе Ҡыйыу һаҡлап торайыҡ!
Айҙар: Мин риза! Бир ҡулыңды! Яҡын дуҫтар булырбыҙ,
Икеһе бергә; Ил күгендә балҡып торған Ике йондоҙ булырбыҙ!
Арслан: Айҙар, ә һин уҡып бөткәс Кем булырға уйлайһың? Староста булам тигән Минең бар ҙууур хыялым!
Айҙар: Ә мин инде биш йәшемдән Үҙемә маҡсат ҡуйҙым, Ғәҙеллек, дөрөҫлөк яҡлы Директор мин булармын.
Икеһе бергә: Беҙ - милләттең киләсәге, Шәп башҡорт егеттәре! Ҡаяларын ятҡа бирмәҫ Ғафури бөркөттәре!
Алтынбикә: Һааай, минең уландарым!Ҡайһылай шәп һеҙҙең уйҙарығыҙ, хыялдарығыҙ! Ошо юлығыҙ менән барһағыҙ, һин Айҙар улым, атайың шикелле етәксе урында эшләрһең, ә һин Арслан улым Салауат Юлаев һымаҡ старшина булырһың.
ЖӘЛИЛ БАБАЙ КЕМ БУЛҒАН?
(Айҙар һәм Айназ әйтеше)
Айназ: Сәләм, Айҙар! Кем булған ул Жәлил Табын - Кейекбай? Ниндәй эштәр башҡарған ул? Данлыҡлымы ни шулай?
Айҙар:
Сәләм, сәләм! Яҡшы беләм Жәлил бабай хаҡында, Бик белемле Тел белгесе Булған башҡорт халҡымда.
Айназ: Мин ике тел генә беләм, Ул нисәне белгән һуң?
Айҙар: Ҡырҡтан артыҡ тел белгән ул, БДУ- ла уҡытҡан, Башҡорт телен Жәлил бабай Бик юғары балҡытҡан.
Айназ: Айҙар, шундай бөйөк шәхес Ҡайһы яҡта тыуған ул? Ҡайһы ырыуҙан икән ул? Бик шәп бабай булған шул!
Айҙар:
Кесе Табын ырыуынан, Ҡаранйылға башҡорто, Тыуған ауылында уның Хәҙер бар музей -йорто.
Айназ:
Ә һин . Айҙар, ҡайҙан белдең Жәлил бабай хаҡында?
Айҙар: Өләсәй беҙгә һөйләне, Шуға беләм мин Айназ, Бына хәҙер һин дә белдең Һөйләгәнде тыңлағас.
Айназ: Рәхмәт, Айҙар, хәҙер үҙем Башҡаларға әйтермен, Ғорурланып Жәлил бабай Ғафуриҙән тиермен.
Икеһе бергә:
Башҡорт теле -туған телем, Башҡорт иле - тыуған илем! Ҙур шәхестәр биргән илгә Ғафурием – тыуған ерем! Фәүзиә Ҡотлогилдина -Алтынбикә, Ғафури районы Ватан ауылы
28..10.2021
АҠ ХАЛАТЛЫ ФӘРЕШТӘЛӘР
Әҙәмдәргә бәлә килгән саҡта Ил хәстәрен иңгә һалдығыҙ, Кешеләрҙең һаулығын һаҡларға Иң алғы һыҙыҡҡа баҫтығыҙ.
Күктән төшкән изге фәрештәләй Өҫтәгәҙҙә ап-аҡ кейемдәр.. Аҡ ҡанаттар елпеп мохтаждарға Ярҙам, шәфҡәт итеп йөрөйҙәр.
Үҙегеҙгә хоҙай һаулыҡ бирһен, Һеҙгә беҙҙән оло , ҙур рәхмәт, Еңелеп тә ҡалһын изгелектән Тажлы вирус тигән был зәхмәт. Фәүзиә Ҡотлогилдина -АЛТЫНБИКӘ 16.05.2020
БАТЫР ЙӨРӘКТӘР
Оло бәлә килде ил өҫтөнә
Курҡыныстар янап һаулыҡка,
Тажлы вирус тигән ҡәһәр зәхмәт.
Һөжум итте барлыҡ халыҡҡа.
Ҡыуырға тип ошо кырғын яуын
Илдән, ер шарынан йыраҡҡа
Врачтар һәм шәфҡәт туташтарын
Ил саҡырҙы алғы һыҙыҡҡа.
Бына шундай кейемдәрҙә эшләй
Ғафуриҙә үҫкән һылыуҙар,
Иң алгы сафтарҙа улар бөгөн,
Йөрәктәре батыр, кыйыузар!
Һеҙ башкарған изге эштәрегеҙ
Һаулыҡ булып кире кайталар,
Ауырыуҙар бит бөта йөрәктән
Рәхмәттәрен әйтеп яталар.
Шул рәхмәттәр һеҙзең уҙегеҙзе
Бәләләрҙән һаҡлап торһондар,
Заман геройҙары - батыр ҡыззар
Сәләмәт һәм иҫән булһындар.
Фәүзиә Ҡотлогилдина - Алтынбикә
5 . 08.2020
УН БЕР ҠАРАҒАС (Ҡобайыр)
Темаларҙы күктән эҙләмәйбеҙ, Тормош үҙе бирә теманы, Ун бер ҡарағастың яҙмышына Бер битараф кеше ҡалманы. Ағастар ҙа кешеләр кеүек бит Һыҙланалар улар һаман да, Тыңлаусыларыма бәйән итәм Ағас яҙмыштары хаҡында.
Әбйәлилдең матур аҡланында Үҫте ун бер бөҙрә ҡарағас, Йәйрәнеләр ерҙән көстәр алып Урындағы халыҡ ҡарағас. Йәй көнөндә аҡланға йән керҙе Һәр ботаҡта ҡоштар һайрағас, Наҙландылар улар йомшаҡ елгә *Өлтөк* сәскәйҙәрен тарағас. Энәләрен ҡойҙо ҡарағастар Алтын көҙҙәр килеп һарғайтҡас, Йәм-йәшелдән тағы йәшәрҙеләр Йәмле яҙҙар килеп яңыртҡас. Һайрар ҡоштар йылы яҡҡа киткәс Тынып ҡалды ун бер ҡарағас, Алтын япраҡ ергә түшәк булып Аҡландағы ерҙе ҡаплағас.
Бер саҡ төнөн улар яндарына Ҡап-ҡара бер Өрәк туҡтаны, Зыр-зыр итеп торған бысҡы менән Ҡарағастар билен ялманы. Әҙәм затлы өрәк – Ағаскиҫәр Ныҡ ырылдай ағас кимереп, Биле яраланған ҡарағастар Ярҙам һоранылар тилмереп.
Өрәктең ағастарға һөжүмен Күреп торҙо куктә ай ғына, Айға ҡарап та янаны Өрәк Аҡлан күмелгәс ай нурына. Иркенләп кимерҙе Ағаскиҫәр Ҡырын эшен һис кем күрмәгәс, Ағас тар илауға шатланды ул Өҫтөнә күҙ йәштәр һибелгәс. Ҡан урынына тамды сайырҙар Тыуған яҡтың ғәзиз еренә, Ҡарағас йәштәре йомарланып Сәселделәр яҡын тирәгә. Мәкер, мәкер.. Көнөн түгел, төнөн Ағаскиҫәр Өрәк йөрөнө, Кешеләргә көндөҙ күренергә Был ҡурҡаҡ йән бер аҙ шөрләне.
Ишетте бит бындағы кешеләр Ҡарағастар үкһеп илағас, Ағаскиҫәр өрәк йәберенә Түҙәр хәлкәйҙәре ҡалмағас. Изге йәндәр –намыҫлы кешеләр Кәңәш ҡорҙо бергә йыйылғас, Ун бер бөҙрә өлтөк ҡарағастың Тәрән яраларын ҡарағас. Ағаскиҫәр өрәк ҡасҡан ине Ишетеп халыҡтың тауышын, Шаулашҡанын дөрөҫлөктө эҙләп Белгәс ҡарағастар яҙмышын.
Изге йәндәр килгәс туҡтап торҙо Һыҡташыуҙан ун бер ҡарағас, *Йәшәтегеҙ беҙҙе..* тине улар Ҡосаҡлашып бергә илағас. Улар әйтте: *Тәнебеҙ яралы, Билебеҙҙе ҡырҡып ашағас, Әммә беҙҙең йөрәгебеҙ тибә, Тыуған еребеҙҙән көс алғас. Үҙәгебеҙ әле өҙөлмәгән Еребеҙҙә үҫкән тамырҙан, Беҙ ҡарағас - имән кеүек ҡаты, Ҡарағастар түгел ҡамырҙан.. Кешеләр, һеҙ беҙҙе йәшәтегеҙ....* Тип үтенде ун бер ҡарағас, *Тормош йәме бөтөр һеҙҙең өсөн Тарих ағастары ҡороғас. Бар донъяла беҙ егерме инек, Ун беребеҙ бына ошонда, Тәрән яра һалды Ағаскиҫәр Ике мең егерме- кәбисә йылында...* Бышылданы шулай ҡарағастар Яраларын килеп урағас, Йәшәү дәрте һүнмәйенсә ҡалып Күңелдәрҙә өмөт баҙлағас. Кешеләр ярҙам итергә теләп Ҡарағасҡа килеп һыйынғас, Әбйәлилдә ун бер ҡарағас, Әбйәлилдә ун бер ҡарағас...
Изге йәндәр алып килгән ине Ағастарға йомшаҡ биләүҙәр, Елдән аумаһын тип терәтергә Тирә-яҡтарынан терәүҙәр. Илашыуҙан туҡтаны ағастар Яралы билдәрен урағас, Тере ҡалһын тиеп ҡарағастар Олондарын имләп һылағас. Әйттеләр кешеләр *Өлтөккәйҙәр, Ҡайҙан сараларҙы табайыҡ? Һеҙҙе терелтергә Йәншишмәнең Тереһыуын ҡайҙан алайыҡ? Беҙ сығабыҙ уны эҙләргә..* тип Төрлө тарафтарға киттеләр, Хат еткән ерҙәргә хат ебәреп Ҡафтау арттарына еттеләр. Тереһыуҙы эҙләп күп ерҙәрҙе, Күп урмандар , һыуҙар үттеләр, Тау артылып, дала ҡыҙырҙылар Сүллектәргә тейеп киттеләр. Кире ҡайтты улар Уралына Һәм ишетте Ҡурай тауышын, Шул моңло тауышҡа ҡушылып Селтер-селтер шишмә ағышын. Килде улар шул шишмәне эҙләп Урал батыр үҫкән еренә, Урал батыр Тереһыуҙы бөрккәс Терелеп киткән Башҡорт еренә. Таптылар бит улар Тереһыуҙы Үҙ илендә , Урал ерендә, Ерҙәге ожмахтай шундай матур Алтын кеүек көҙ миҙгелендә. *Йәншишмә *тип яҙылып ҡуйылған Ошо шишмә сыҡҡан ерендә, Тереһыу һәм Шифаханаһы ла Бар икән Йәншишмә илендә. Йәншишмәнең сихәтле һыуҙарын Мөлдөрәмә итеп алдылар, Алып ҡайтып ун бер ҡарағастың Яралы биленә һалдылар. *Йәшәгеҙ һеҙ ҡарағастар!* тиеп Һәр тамырға ҡойоп һиптеләр., Йәншишмәнең шифалы һыуҙарын Доғаларын уҡып бөрктөләр. *Эсегеҙ һеҙ тәрәндән тамырҙар Йәншишмәнең тере һыуҙарын, Ҡарағастар терелешеп китеп Таратһын Изгелек нурҙарын.* Әлеге көн бер кем белмәй әле Терелерме ун бер ҡарағас? *Өлтөк* сәстәр елгә тирбәлерме Яҙғы ҡояш көлөп ҡарағас..
Тауҡорһаҡ, Баҡыраш, Ағаскиҫәр Әбйәлилгә ниңә яҫҡынды? Ҡорһаҡтарығыҙ бүҫелер әле Йота алмаҫһығыҙ Уралды! Күрәһеңме, Урал ул, ҡыҙҙары Тәбиғәткә һаҡҡа баҫтылар, Үҙ еренең тәбиғәтен яҡлап *Йәшел ҡалҡан* булып ҡалҡтылар. https://vk.com/greenshield_rb Башҡортостан –аҫыл йөҙөк ҡашы! Һин лайыҡһың тотош ҡурсауға! Ер ожмахы – матур тәбиғәткә Зыян килтермәйсә һаҡлауға! Фәүзиә Ҡотлогилдина –АЛТЫНБИКӘ 31.10.2020
Злодей Древогуб
На полянке лесной, на башкирской земле Одиннадцать братьев- лиственницы росли, Они были кудрявы, крепки как дуб, У деревьев ветки разрослись как чуб. Все братья были небывалой красоты, Радовали людей хвойною листвой, Как волосы мальчишьи торчали иглы в них, Ультек (өлтөк) карагас назвали башкиры их. Очень любил их местный народ, Дети там играли в дружный хоровод И лиственницы пели вместе с детьми, А взрослые читали молитвы на земле. У лиственниц осенью иглы опадали, Весной зелененьких опять отпускали, Зимой были голыми как парни без бишмэт, Сказали Всевышному за жизнь *Зур Рэхмэт!*
В этих краях жил один Злой Дух, Имя его было рубщик Древогуб, Ходил только ночью этот злодей, Днем гулять он страшно боялся людей. Вот однажды ночью когда все спят Пошел Древогуб на охоту опять, Взял он с собой свои железные зубы, Ставит он их в челюсть через вислые губы. Пришел на поляну где братья растут, Ах, как лиственницы так вкусно пахнут! Начал их грызть железными зубами, Древогуб Злодей питается опилками. На небе появилась полная Луна, Увидела Зло и лучами озарила, Заметил Древогуб что поляна светла, Пригрозил Луне :*Уплыви ты Луна! В моих темных делах мне не нужен свет, Не хочу я на свете держать за все ответ!* Он обошел всех братьев подряд По кругу же деревья построились в ряд. Деревья плакали, позвали людей: *Помогите люди, приходите скорей! К нам пришел недобрый злодей! Спасите нас люди – добрые сердца, Древогуб ведь хочет нашего конца! Пока мы живы, стоим на ногах, Сила наша в центре и в крепких корнях. По нашим жилам течет еще жизнь, Злодей Древогуб, отстань от нас! Сгинь!*
Плакали все братья лиственницы навзрыд.. И услышали их плач добрый народ, Наследники батыров, весь Абзялилский род, Прибежали скорей лиственницам помочь. Увидели они, ранены все деревья, Обняли деревьев вместе с ними ревя. Живительной водой побрызгали раны, Тепло обмотали оберегая поры, И чтоб не упали зимой на ветрах Ставили вокруг их железные опоры. Сказали братьям * Вы будете жить!!! А рубщик Древогуб должен держать ответ!* Лиственницы братья плакать перестали, Обмотанными они с людьми вместе встали, Сказали они: *Мы вам верим народ! Мы же тоже крепкие как Абзялилский род!*
Теперь народ ищет Древогуба по всюду, Ищут в деревнях, в городах, в лесу.. Хотят Древогуба найти, наказать, И каждый человек свое слово сказать. Вот и моей былине –сказу конец, Нашли бы Злодея скорей наконец! Фаузия Кутлугильдина –АЛТЫНБИКЭ - Народная сказительница. 3.11.2020
ФРАНЦУЗ ЯУЛЫҠ – ЕҢЕҮ БИЛДӘҺЕ! (Француз яулыҡ тарихы)
Ике быуат тарихы бар Француз яулығының, Иҫтәлек ул башҡорттарға Француз яуҙарының. Наполеон һуғыш аса Бөйөк Рәсәй иленә, Ил һаҡларға башҡорттарҙан Атлы ғәскәр төҙөлә. Улар батыр һуғышалар Оло Ватанды яҡлап, Төнъяҡ Амурҙары тиеп Аталған улар маҡтап. Еңелеү белмәҫ атлылар Францияға керәләр, Париж урамдары буйлап Ҡурай уйнап үтәләр. Ҡаһым түрәнең ғәскәре- Атлы ғәскәр була ул! Француздарҙың йөрәгенә Оло ҡурҡыу һала ул! Атлы ғәскәр оран һалып Дошманына ташлана, Ҡылыстарын сая һелтәп Наполеонды ҡыуа. Францияға шул ваҡытта Бер каруан килгән икән, Ул каруанда төклө- төклө Тауарҙар булған икән. Сауҙагәр ғәскәрҙе күргәс Ылауын ташлап ҡаса, Үҙ иленә ҡайтып китә Карапта диңгеҙ аша. Һыбайлылар нишләһендәр, Ылау ҡалған хужаһыҙ, Улар шул саҡ ҡарар итә: *Бүләк итеп алабыҙ! Кәрәкмәй беҙгә тәреле Рәсәйҙең ордендәре, Булһын беҙгә был яулыҡтар Еңеүҙең бүләктәре! Әсәйҙәргә, ҡатындарға, Һөйгәндәргә бирербеҙ, Ҡыҙҙарҙы һәм һеңлеләрҙе Ҡайтҡас һөйөндөрөрбөҙ!* Бер ылау француз яулығын Алып ҡайта башҡорттар, Бүләк итеп тараталар Ҡатындарға башҡорттар. Әсәйҙәргә, ҡатын-ҡыҙға Ул бик шәп бүләк була, Шулай итеп француз яулыҡ Тарихта тороп ҡала. Ике быуат тарихы бар Француз яулығының, Ул - Еңеүҙең иҫтәлеге Француздар яуының. Француз яулыҡ өҫтәп тора Ҡатын-ҡыҙға матурлыҡ, Ир-егеткә был бүләктә Кәүҙәләнә батырлыҡ! Француз яулыҡ, француз яулыҡ, Ул – Еңеүҙең билгеһе, Ир-егеттең ҡатын-ҡыҙға Мөхәббәте өлгөһө! Фәүзиә Ҡотлогилдина –АЛТЫНБИКӘ 20.12.2019
ФРАНЦУЗ ЯУЛЫҠ
Еңеү менән яуҙан ҡайтҡан саҡта Беҙҙең яугир ата-бабалар, Өйҙә өҙөлөп көткән һөйгәненә Француз яулыҡ – бүләк алалар.
Оло һөйөү менән шул яулыҡты Япҡан улар ҡатындарына, Ә ҡатындар бүләген күрһәтеп Маҡтанышҡан яҡындарына.
Француз яулыҡ – батырлыҡ өлгөһө Һөйөү билдәһе ул ҡатынға, Француз яулыҡ япҡан ҡатын-ҡыҙҙы Оҡшатам еңелмәҫ батырға.
Оло һөйөү хистәре урғыла Француз яулыҡ башҡа япҡанда, Ватанын яҡлаған батырҙарҙы Хөрмәт менән иҫкә алғанда.
Яугирҙәрҙең һөйөү иҫтәлеге - Француз яулыҡ ҡатын –ҡыҙҙарҙа, Тоғро мөхәббәттең аманаты Тапшырылыр алыҫ йылдарға. Фәүзиә Ҡотлогилдина –АЛТЫНБИКӘ
БАШҠОРТСА АЙ ИСЕМДӘРЕ (Аңлатыу)
Балалар: Әйтсе әле, өләсәйем, Айҙар нисек аталған? Ҡайһы айҙан башланған ул? Ҡайҙа аҙағы булған?
Өләсәй:
Әйҙә ултырығыҙ әле, Хәҙер һөйләп аңлатам, Борон айҙың исемдәре Башҡортса былай булған. Башҡорт халҡы бик әүүәлдән Тәбиғәттән көс алған, Тәбиғәткә бәйлелеген Атамаларға һалған. Мәҫәлән Көҙ..Бар тәбиғәт Һарынан кейем кейгән, Был айҙы боронғо халҡым Һарыса айы тигән. Сентябрь исеме нисек, Әйтеп ҡарағыҙ әле!
Балалар: Сентябрь - Һарыса ай.
Өләсәй:
Унан инде ҡырау төшөп Япраҡтар ҙа ҡойолған, Хәҙер индең Ерҙең өҫтө Ҡараса төҫөн алған, Шуның өсөн дә ошо ай Ҡараса тип аталған. Әйтегеҙ әле балалар Октябрҙең исемен..
Балалар: Октябрь - Ҡараса ай
Өләсәй:
Бына инде ямғыр түгел Ергә ҡырпаҡ ҡар яуа, Шуның өсөн ошо ваҡыт Ҡырпағай тип атала. Йәгеҙ ҡабатлағыҙ әле Ноябрь нисек була?
Балалар: Ноябрь – Ҡырпаҡ ай
Өләсәй::
Ер аҡ юрған ябынған, Ҡышҡы йоҡоға талған, Ап-аҡ ҡарҙар өҫтөнән Һуҡмаҡ, юлдар һалынған, Шуға инде ошо ай Аҡ юл тиеп аталған. Декабрҙең исеме Әйтегеҙ, нисек булған?
Балалар: Декабрь - Аҡ юл ай.
Өләсәй:
Инде ныҡлы һыуытып Ергә ҡалын ҡар ятҡан, Башҡорт халҡы ошо айҙы Һыуыҡ ай тип атаған. Был айҙа ҡарҙар күп яуып Ҡалын көрттәр ҙә һалған, Исемен әйтегеҙ әле, Ғинуар нисек аталған?
Балалар: Ғинуар – Һыуыҡ ай.
Өләсәй:
Һыуыҡтар дауам иткән, Йә буран , йә ел иҫкән, Тыштағы һәр нәмә лә Шаҡылдап туңып бөткән, Шаҡ та шоҡ килгән был ай Шаҡ айы булып киткән. Февраль айының исемен Кем дөрөҫ әйтер икән?
Балалар: Февраль – Шаҡ ай.
Өләсәй:
Үткән айҙағы бурандар Көсәйеп ҡоторғандар, Кешеләр йөрөр һуҡмаҡты Юлдарҙы тултырғандар. Был ай була Буран ай, Буран көслө Ай-һай-һай! Нисек була хәҙергесә Март тигән буранлы ай?
Балалар : Март айы –Буран ай.
Өләсәй:
Ҡарҙар ирей, ер асыла, Ҡайҙа аҡ, ҡайҙа ҡара, Был миҙгел беҙҙең халыҡта Ала ҡар айы була. Нисек була апрель Йә әле, әйтеп ҡара!
Балалар: Апрель –Ала ҡар ай.
Өләсәй:
Ағастар япраҡ ярған, Ерҙе йәшеллек алған, Һабан менән ер һөрөлөп Ергә орлоҡ һалынған, Шуның өсөн Май айы Һабан ай тип аталған, Май айының исеме Башҡортса нисек булған?
Балалар: Май - Һабан ай.
Өләсәй:
Малдар көтөүгә сыҡҡан, Һыйырҙың һөтө артҡан, Аҫыраған хужаһына Елен тулы һөт ҡайтҡан. Шуның өсөн был ваҡыт Һөт айы тип аталған. Июнь айының исеме Башҡортса нисек булған?
Балалар: Июнь айы – Һөт ай.
Өләсәй:
Йәйләү тулы малдарҙан Бик мул һөттәр һауалар, Һөттән ҡаймаҡ айыралар, Күп итеп май яҙалар. Әйтегеҙ әле балалар, Июль нисек аталған?
Балалар6 Июль айы –Май айы.
Өләсәй:
Сәскән орлоҡтар үҫкән Башаҡтары тос икән, Ураҡ менән урып алып Һуғырға ла мәл еткән, Шуның өсөн был айҙы Халҡым Ураҡ ай иткән. Әйтегеҙ әле, балалар, Сентябрҙең башҡортса Исеме нисек икән?
Балалар: Сентябрь айы – Ураҡ ай.
Өләсәй;
Бына тиҙ үк өйрәндегеҙ, Афарин, балаҡайҙар! Әйҙә ҡабатлайыҡ әле Нисек атала айҙар?
Өләсәй һорағанға балалар яуап бирәләр.
Ғинуар – Һыуыҡ ай - Һыуығай Февраль – Шаҡ ай –Шаҡай Март –Буран ай –Буранай Апрель - Ала ҡар ай - Алағарай Май - Һабан ай – Һабанай Июнь - Һөт ай – Һөтай Июль - Май ай -Майай Август – Ураҡ ай – Урағай Сентябрь – Һарыса ай – Һарысай Октябрь - Ҡараса ай –Ҡарасай Ноябрь – Ҡырпаҡ ай –Ҡырпағай Декабрь – Аҡ юл ай – Аҡъюлай
Инде үҙегеҙ белдегеҙ, башҡаларға ла өйрәтегеҙ...
Фәүзиә Ҡотлогилдина –Алтынбикә , Ғафури районы , халыҡ сәсәне. 11.03.2021
БАУЫРҺАҠ
Бауырһағым - милли ризыҡ, Бик тәмле аш табында, Бауырһаҡһыҙ байрамдар ҙа Булмайҙар башҡортомда.
Бешереүе ҡыйын түгел, Тик бер аҙ мәшәҡәтле, Күп иғтибар талап итә, Бик тә шул нәзәҡәтле!
Тирә-яҡта Бауырһаҡсы Тиеп мине таныйҙар, Беҙгә лә өйрәт әле тип Гелән генә һорайҙар.
Уңа минең бауырһағым, Бер ҙә маҡтаныу түгел, Бауырһаҡты уңдырыуы Һис тә түгел ул еңел.
Тәмле бауырһағым менән Һыйлармын дуҫтарымда, Балалар, ейәндәремде Килгән туғандарымда.,
АЛТЫНБИКӘ 3.12.2019 
ҠЫШ ИНӘЙЕ ТЫУҒАН КӨН (Әкиәт тә, ысын да..)
Ҡар иле тиеп аталған Бик матур ил бар икән, Ҡар илендә бар нәмә лә Ап-аҡ , таҙа, саф икән!
Һанһыҙ ынйылар емелдәй, Күктән Ҡояш йылмайһа, Ҡар иленә һөйөп кенә, Наҙлап ҡына ҡараһа.
Тылсымлы ла, серле лә ти, Аҡ ҡарҙан торған донъя, Аҡ күбәләк Ҡар яуғанда Бигерәк матур була!
Бына Аҡъюлайы (декабрь)үтеп Яңы йыл килеп еткән, Һыуығайы ла (ғинуар) башланып Етеһе килеп еткән.
Ҡыш инәй тигән бер инәй Тыуған Аҡ Ҡар илендә, Тәбиғәте әкиәттәй Юрматылар ерендә.
Ҡар илендә һәр ағас та Аҡ селтәр шәл ябынған, Аҡ бүрек кейгән тауҙары Тыуған көнгә йыйылған.
Ҡуш тауы Аҡ бәхет теләй *Ишле , Ҡушлы бул!* тиеп, Йөрәк тау *Батыр йөрәкле, Саф күңелле бул!*тиеп.
Тора тауы ла байрамда Ихлас йылмайып тора, Ҡыш инәй тыуған көнөндә Байрам табыны ҡора.
Ҡышлау ҡоштар барыһы ла Тыуған көнгә йыйылған, Тау итәге был ҡоштарҙың Ҡышҡы моңона тулған.
Урмандағы ағастары Шат йырҙарҙы йырлайҙар, Шыршылар һәм ҡарағайҙар Йырлап һис тә туймайҙар.
Сағандар менән имәндәр Бергә вальс әйләнә, Ҡыш инәйгә бүләк итә Йондоҙҙарҙан гөлләмә.
Һайыҫҡан хәбәр тоҡсайын Аҫып алған иңенә, Хаттар һәм Ҡотлауҙар ташый Ап-аҡ Ҡарҙар иленә.
Ҡар инәй тыуған көнөнә Килгәндәр ти бүреләр, Төлкөләр ҙә, ҡуяндар ҙа Бергә бейеп йөрөйҙәр.
Ҡыш инәйе бик тә оҫта Йырға ла , бейергә лә, Әкиәттәр һәм мәҡәлдәр, Шиғырҙар һөйләргә лә.
Ҡар инәйе ҡар өҫтөндә Сәскәләр ҙә үҫтерә,
Тәҙрәләргә аҡ семәрҙән Сәскәләр ҙә төшөрә.
Ҡыш инәйен эҙләп килгән Ҡар иленә Ҡыш бабай, Ҡыш инәй тыуған көнөндә Ҡыш бабай уны Ҡотлай.
Ул әйтә Ҡыш инәйенә: *Бергә йөрөрбөҙ *- тиеп, Яңы йылда балаларға Бүләк бирербеҙ тиеп.
Ҡыш инәйе риза булған Ҡыш бабай тәҡдименә, Ҡулын биргән *Ярар!* тиеп Йөрөрбөҙ , тип гел бергә!
Һыуығайҙың Етеһен дә Бергә байрам итәйек, Балаларға күстәнәстәр, Бүләк биреп китәйек.!
Шулай итеп Ҡыш инәйе Бабайлы булған икән, Ҡыш инәйгә Ҡыш бабайы Бик тә оҡшаған икән.
Ҡыш бабайы алып ҡайта Ҡыш инәйен өйөнә, Ҡыш инәйен тапҡанына Ҡыш бабай бик һөйөнә.
Ҡыш бабайы йәшәй икән Изге Табын ерендә, Нурҙар һибеп балҡып торған Башҡортостан илендә.
Һаман да улар көн күрә Бмк матур бер ауыЛда, Урыҫса Родинә тиҙәр, Үҙебеҙсә Ватанда.
Етенсе ғинуар көнө-
Ҡыш инәйе тыуғае көн, Ололар ҙа, кеселәр ҙә Байрам итә торған көн.
Ҡыш бабайҙың ейәнсәре Ҡарһылыу исемле ти, Ҡыш бабай, Ҡыш инәйенә Ул ҡунаҡҡа килә,ти.
Ҡыш бабай менән Ҡыш инәй Хәҙер бергә йөрөйҙәр, Яңы йыл һәм Тыуған көндә Изге теләк теләйҙәр.
Үҙҙәре менән алалар Улар Ҡар һылыуын да, Күстәнәстәр бирә тиҙәр Ҡыштың байрамдарында.
Әллә әкиәт, әллә ысын, Ошонда итәм тамам, Һеҙҙе лә уҡыһындар тип Селтәремә лә һалам.
Фәүзиә Ҡотлогилдина –АЛТЫНБИКӘ 7.01.2020
ӨЛӘСӘЙЕМ МӨЪМИНӘ (Беҙҙе үҫтерешкән әнейемдең әсәһе Мөъминә өләсәйемә бағышлана)
Өләсәйем бәләкәй сағымда Өйрәткәйне миңә доғалар, Шул доғалар мине ғүмер буйы Етәгендә алып баралар. Һыйына инем мин өләсәйгә Һәр кис һайын йоҡо алдынан, Ятлатты ул миңә үҙе белгән Ҡыҫҡа , ҡыҫҡа ғына доғалар. Әйткән ине,*Ҡыҙым, бер Әлхәмде, Өс Ҡолһоуалланы уҡыһаң, Ҡөръән сыҡҡан менән бер иш булыр, Риза булыр һинән Аллаһың.* Әйткән ине, *Тәүфиҡлы бул, балам! Игерәймәй һөйлә* тип һүҙҙе, *Бисмилләне гелән әйтегеҙ*тип Өйрәтте өләсәй гел беҙҙе. Миңә ун ете йәш...Өләсәйҙең Хәле нәҙек ҡылдың өҫтөндә, Ҡаланан ялға тип ҡайтҡан инем, *Өләсәй, мин һинең эргәңдә.. Өләсәйем, доғаларыңды бит Үҙең менән алып китәһең, Доғаларһыҙ нисек йәшәрбеҙ һуң.? Һин бит беҙҙе йәтим итәһең... *Йәш аралаш дәфтәр эҙләп алдым, Ҡулдарыма алдым ҡәләмде, *Яҙҙыр әле доғаларыңды..* тип Үтендем мин өләсәйемде. Беҙ башланыҡ...Өләсәйем әйтә, Ә мин яҙҙым тәүҙә Әлхәмде, Унан Ҡолһоуалла, Ҡол әғүҙе, Кәүсәрҙе, Аятелкөрсиҙе... Өләсәйем әйткән доғаларҙан Тултырҙыҡ беҙ ярты дәфтәрҙе, Өләсәй арыһа, һыу эсерҙем, Көтөп торҙом тағы әйтерҙе. *Әлеп, бей, тей....ләмәлеп , йә..*тиеп Тамамланы теле көрмәлеп.. Минең битем буйлап юлаҡ, юлаҡ Йәштәр аға ине тәгәрәп.. Шул кисенә өләсәй йән бирҙе.. Яҙылғандыр шулай тәҡдирҙә, Ә яҙҙырған доғалары ҡалды Ейәнсәре тотҡан дәфтәрҙә. Ул ваҡытта динһеҙ заман ине, Аллаһыҙлыҡ...йылдар хәтәре.. Минең янда һәр саҡ юлдаш булды Өләсәйҙең доға дәфтәре. Хәҙер инде дин ситлектә түгел, Иркен йәйеп оса ҡанатын, Иҫкә алам йыш өләсәйемде Үҫтергәнгә беҙҙе яратып. Һуҡранһа ла ҡайсаҡта ул беҙгә Әрләмәне бер ҙә ныҡ итеп, Арҡабыҙҙан һәр саҡ һөйә ине *Аҡыллы бул, улым, ҡыҙым!* тип. Хәҙер үҙем етәүгә өләсәй Өйрәндем мин уҡып Ҡөръәнде, Ҡөръән өйрәткәнсә аңлап беләм Донъяуиҙан булған һәр фәнде. Аңын-тоңон белгәс, төшөндөм мин Асып бер аҙ Ҡөръән серҙәрен, Әлхәм тигәне булды Фәтихә, Ҡолһоуалла Ихлас сүрәһе. Намаҙ доғалары булып сыҡты Өләсәй ятлатҡан доғалар, Шул доғалар минең менән бергә Бәләкәстән йәнәш баралар. Уҡыным өләсәй доғаларын Алда ҡыйын хәлдәр торғанда, Уҡыным мин ошо доғаларҙы Рәхмәт әйтеп шөкөр ҡылғанда. Улар хәҙер тағы ла күбәйҙе, Сөнки ҡайтты иман халҡыма, Өләсәйҙәр тапшырҙы бит беҙгә Ошо килер заман хаҡына. Рәхмәт һиңә, минең өләсәйем, Биргән өсөн күңел йылыһын! Өләсәйем биргән шул йылылыҡ Тирә яҡтарыма таралһын! Фәүзиә Ҡотлогилдина - АЛТЫНБИКӘ
ӨЛӘСӘЙЕМ ҺАНДЫҒЫ
Семәрләнгән был һандыҡта Бик күп яталар серҙәр, Өләсәйҙән мираҫ булып Беҙгә ҡалған әйберҙәр. Бына мин ҡулыма алдым Уның матур күлдәген, Өҫтөнә кейгән камзулын, Тәңкә , мәрйен селтәрен. Яулығының ситтәрендә Көмөш тәңкәләр сыңлай, Өләсәйем көлгән кеүек Гүйә шишмә сылтырай... Бына мин ҡулыма алам Изге Ҡөръән китабын, Ейәнсәремә булыр тип Өләсәй ҡуйған яҙып.. Шулай уҡ үҙе яҙған Ята күп ҡулъяҙмалар, Һалып ҡуйған тәҫләп кенә Уҡыһын тип балалар. Өләсәйем , һин бит беҙгә Бик күп тәрбиә бирҙең, Атай-әсәй эштә саҡта Һин беҙгә әсәй инең, Ныҡ һағынам өләсәйем, Гел иҫемә төшәһең, Өйрәттең бик күп доғалар, Ихласты, Фәтихәһен. Бына уның тиҫбеләре, Йәшелдән намаҙлығы, Биҙәкле ҙур суҡлы шәле, Алҡа, муйынсалары.. Өләсәйем һөйләгәйне Ҡөръәндән күп ҡиссалар, Тота ине ураҙалар, Уҡый ине намаҙҙар.. Кешелә иң гүзәл сифат Тырышлыҡ тигән ине, Мин доғаларым уҡырмын, Һин, балам, тырыш, тине. Ошо алтын һүҙҙәреңде Онотмайым, өләсәй, Минең күңелемдә һаман Тере өләсәй йәшәй. Был һандыҡты матур итеп Ҡарт олатай эшләгән, Ҡарт олатай рам, шкафтар, Һандыҡтар эшләй белгән, Ошо матур һандыҡ менән Ҡыҙын кейәүгә биргән. Бына шундай иҫтәлекле Һәм серле лә был һандыҡ, Өләсәйемдең ҡыҙ сағын Алды бер аҙ уйлатып. Юҡ иламайым, өләсәй Ныҡ бул, тиеп өйрәттең, Тик нисек тыяйым икән Тыңламаған күҙ йәшен.. Фәүзиә Ҡотлогилдина -АЛТЫНБИКӘ 5.02.201
БАШҠОРТ ИЛЕНДӘГЕ ШЫРШЫЛАР
Йәншишмәнән йәшәү көсө алып Күкрәп үҫә йәшел шыршылар, Һомғолдар ҙа, зифа буйлылар ҙа, Ә үҙҙәре ниндәй ҡупшылар! Ап-аҡ ҡына йомшаҡ ҡарҙар яуған Йәшел шыршыларҙың иңенә, Байлыҡ, муллыҡ, үҫеш йылы булып Яңы йылым килде илемә. Урал Батыр бөрккән Йәншишмәнән Үҫеп сыҡҡан йәшел шыршылар, Һеҙ бит тәбиғәткә генә түгел, Халҡым ижадына йырсылар. Ап- аҡ шәлле шыршыларға ҡарап Тағы ла бер тапҡыр һоҡландым, Йәйен-ҡышын йәшел шыршыларҙан Йәншишмәмә сихри моң алдым. Йәншишмә һәм Шыршыларҙың йыры Таралһындар алыҫ тарафҡа, Урал Батыр үҙе ҡайтып килер Тороп ҡалмайынса тарихта. Шыршыларҙы , кешеләр, киҫмәгеҙ, Үҫһен улар йәмләп илемде, Эпос менән бергә йәнләндереп Мәңге үлмәҫ башҡорт телемде. Йәшел шыршыларҙай минең халҡым Ҡаплап алған Урал буйҙарын, Башҡорт тигән халыҡ йәшәр, үҫәр, Ҡайтарырҙар дошман яуҙарын. Дошмандары ҡарап һоҡланырҙар Сафҡа баҫҡан берҙәм халыҡҡа, Берҙәмлектең сере - Йәншишмәлә, Ул сер –Эпостағы тарихта! Ошо серҙе аңлап минең халҡым Күтәрелде яҡлап ер-һыуын, Һулар һауа, урман , далаларын, Күккә ашҡан Урал тауҙарын. Матурлыҡ һәм Башҡорт теле йылы Шыршылар йырынан башланды, Йәш батырҙар инде ҡанат йәйгән Аҡбуҙаттарына атланды. Алға ҡарап ҡыйыу атла илем, Еңелеп ҡалһын шул Яманлыҡ! Изгелектәр ҡылып Ерҙә йәшәү Шул ул тормоштағы Яҡшылыҡ! Фәүзиә Ҡотлогилдина –АЛТЫНБИКӘ 18.01.2020
БАШҠОРТОМ ҠАТЫНДАРЫНА
Башҡортомдоң ҡатындары, Эйәрмә сит ғәҙәткә, Милли күлдәктәреңде кей, Кейенмә сит ғөрөфсә, Баш яулыҡтарыңды бәйлә Әсәйсә, өләсәйсә, Һеҙ бит башҡорт ҡатындары, Кейенмәгеҙ ғәрәпсә.
Башҡортомдоң ҡатындары, Һеҙ бит әсәй, өләсәй, Балаға тәрбиә биреү Һеҙгә артыҡтыр өсләй, Үҫеп килгән ҡыҙ балалар- Киләсәктәге әсәй, Ҡыҙыңды донъя көтөргә Өйрәт әсәй, өләсәй.
Башҡортомдоң ҡатындары, Һеҙ - апай, һеҙ – ағинәй, Йолаларыбыҙ яңырһын, Йәшәгеҙ арыу белмәй. Халҡыбыҙҙың тел ижадын Өйрәтегеҙ иренмәй, Милли усаҡ дөрләп янһын Һис ҡасан да һүрелмәй.
Башҡортомдоң ҡатындары, Ҡылығыҙ изге доға, Раббыбыҙ ризалығында Барһын милләтем алға, Барһын телебеҙ алға, Барһын динебеҙ алға, Барһын илебеҙ алға! Фәүзиә Ҡотлогилдина –АЛТЫНБИКӘ сәсәниә 21.01.2020
Минең уйымса Сәсәндәр ижады бик күп төрлө булып күренә. Иң тәүҙә юҡтан бар итеп шиғри юлдар менән яҙғандарҙы Ижадсы сәсәндәр тиеп атар инем мин. Ҡалған барыһы ла ошо ижадтан башланып китәлер тиеп уйлайым. Улары инде Башҡарыусылар. тип аталалыр минең фекеремсә, һәр кем үҙ һәләтенә ҡарап. Башҡарыусыларҙың да төрҙәре бик күп./шиғыр итеп һөйләп, көйләп, йырлап, өзләп, уйнап /. Үҙемдең был туралағы уйҙарымды шиғри епкә лә теҙҙем...
СӘСӘН –ДИУАНА ТҮГЕЛ (Башҡалалағы бер һылыуға)
Сәсәндәрҙе диуанаға тиңләй Башҡалала ҡайбер һылыуҙар, Тимәк , улар Сәсән –кем ? икәнен Һаман әле аңлай алмайҙар. Әртис түгел Сәсән...Күптәр белә Сәсән – һүҙ оҫтаһы булғанын, Шиғри һүҙҙәр, әйтештәре менән Үҙе халҡын әйҙәп торғанын. Әйт әле, һылыуым, ә һинеңсә Салауат хыялый булғанмы? Айҙар Байыҡ сәсән, Аҡмуллалар Аҡыл яғынан һай булғанмы? Сәсәндәр - эпостар ижад иткән, Хәҙер улар яттан һөйләнә, Яттан һөйләү менән сәсәнлекте Икеһен бер бауға бәйләмә. Әле лә бар сәсән – ижадсылар, Хәҙер ҙә бар яттан һөйләүҙәр, Ҡәләм тотҡан шағир-шағирәнең Барыһы ла түгел сәсәндәр. Яҙыусылар берлегендә улар Шағир- шағирә тип һанала, Ә сәсәндәр халыҡ араһынан Сәсәнлеккә таба юл һала. Сәсән ижадтары күп тармаҡлы, Унда халҡым рухы, мираҫы, Сәсән һүҙҙәрендә гел дөрөҫлөк Унда халҡымдың ҡот, ырыҫы. Сәсән һүҙҙәре ҡатмарлы түгелдәр, Ябайлығы менән арбайҙар, Сәсәндәр гел халыҡ араһында, Унан айырыла алмайҙар. Кемдәрелер үҙе шиғырына Үҙе көйҙәр яҙып башҡара, Ҡай сәсәндәр үҙе ижадтарын Башҡалар ятлаһын тип яҙа. Һәр бер ваҡиғаға , һәр бер хәлгә Сәсәндең бар әйтер һүҙҙәре, Халҡына ышаныс, дәрттәр өҫтәй Һәр заманда улар үҙҙәре. Шулай тыуа Сәсән ижадтары Ҡобайырҙар, йырҙар, йомаҡтар, Әкиәт, бәйет һәм робағыйҙар, Һамаҡ, әйтештәр һәм таҡмаҡтар. Улар уйы күсә лә һүҙҙәргә Була йомаҡтар , була мәҡәлдәр, Мөнәжәттәр , легендалар тыуа, Тыуа сәсәндәрҙән мәҫәлдәр. Улар хәл –ваҡиға уртаһында Йыйын , ҡорҙа әүҙем ҡатнаша, Бәйгеләрҙә , көрәш яланында Һүҙҙәр менән ҡыйыу алыша. Яңы аяҡ баҫҡан Сәсәнлеккә Һүҙҙе таштар итеп атмағыҙ, Сәсәндәрҙе иҫәр –диуананнан Айыра алмайса ятмағыҙ. Ят халыҡтың бизмәненә һалып Башҡорт милләтен һис үлсәмә, Һәр халыҡ та үҙ үлсәүе менән Аң кимәле менән үлсәнә. Диуаналыҡ түгел, тәрән аҡыл Юғары рух хастыр башҡортҡа, Башҡорт сәсәндәре үҙ халҡының Мәнфәғәтен яҡлай һәр саҡта. Сәсәндәрҙең үтер юлдарына Ҡороп ҡуймағыҙсы кәртәләр, Улар ҡанатлылар! Кәртәләрҙе Юғарынан осоп үтәрҙәр! Илһам ҡанаттарын үҙе биргән Раббым Аллаһ Сәсән ҡулына, Сәскәләрҙән балаҫтар йәйегеҙ Сәсәндәрҙең килгән юлына. Нәшриәттәр сәсәндәргә түгел, Хеҙмәт күрһәтәләр шағиргә, Сәсәндәр үҙ көнөн үҙе күрә Тоғро ҡалып Ижад итеүгә. Бына шунда инде айырмаһы Шағирҙең һәм ябай сәсәндең, Пенсиәгә китап сығарыуҙар Әллә иҫәпләнә - иҫәрлек? Бер тинһеҙгә сәсән хеҙмәт итә Хаҡ һорамай үҙе көсөнә, Мөхәмәтша һыйыр ҡорбан итһә, Ҡорбан хәҙер хәләл пенсиә. Бәлки, зәкәт түләр бағыусылар Иғтибарын бүләр сәсәнгә? Сәсән ижадтары донъя күрер Һауап булып изге ғәмәлгә. Сәсән кем һуң ? тиеп һораһағыҙ, Эҙләмәгеҙ уны йыраҡтан, Сәсәндәр халыҡтың араһында, Сәсән айырылмай халыҡтан. Замананың заңын, борсоуҙарын Сәсәндәре һөйләй халыҡҡа, Шағирҙәре боҫоп ҡалғанда ла, Сәсәндәр һис ҡалмай тынлыҡта. Көмөш мәңге үҙ сафлығын һаҡлар, Алтынды ла тутыҡ алалмаҫ, Сәсәндәр ҙә сәсән булып ҡалыр, Һәр шиғырсы сәсән булалмаҫ. Сәсәндәр – тере һүҙ оҫталары, Сәсәндәр ул – халыҡ ынйыһы! Үткән менән хәҙерге заманды Бәйләп тора Сәсән донъяһы! Сәсәндәр -улар ирекле ҡоштар! Тар ситлеккә сәсән һыялмай, Ситлектәргә бикләһәң, ҡоштар ҙа Иректәге кеүек һайрамай.. Сәсәндәр – йәшәйҙәр халҡы өсөн, Үҙе өсөн тиеп йәшәмәй, Халҡының йөрәк тибешен тоя, Уның өсөн һис ни йәлләмәй. Сәсәнлек ижады яланында Бөрөләнә бик күп сәскәләр, Оҙаҡламай улар асылырҙар, Бар донъяға балҡыш сәсерҙәр. Үҫтереүселәр бар Сәсәнлекте Тәрбиәләп, ҡарап, һуғарып, Сәсән ижадтары ныҡлы баҫты Киләсәккә таба юл алып. Бирешмәҫтәр елгә – дауылдарға Улар Аллаһының һағында, Башҡорт халҡы ҡыйыу алға барыр Сәсәндәре булған сағында. Журналист рейтинген күтәрәм тип Таштай ауыр һүҙҙәр һөйләмә, Бер ҡасан да , һылыу , сәсәндәрҙе Иҫәр, диуанаға тиңләмә! Башҡортомда Сәсән һәр саҡ булған, Сәсәндәр бар! Һәр саҡ буласаҡ! Сәсән ижадтары үҙе халҡын Алға ғына әйҙәп торасаҡ! Мин сәсәнме, сәсән түгелме тип Һис тә генә бәхәс ҡормайым, Алтмыш йәштә алған бүләгемде Алтындарҙан артыҡ һаҡлайым. Ул бүләк те миңә Раббым бирҙе, Ҡөръән уҡып доға ҡылғанда, Алтын кеүек балҡыш һибеп торған Ғүмер көҙҙәренә уҙғанда. Һәр бер сәсән әйтә тик үҙенсә, Мин дә яуап яҙҙым үҙемсә, Сәсәнлеккә атҡан таштай һүҙҙәр Ҡалмаһын яуапһыҙ көйөнсә. Фәүзиә Ҡотлогилдина –АЛТЫНБИКӘ Ғафури районы сәсәниәһе. Ватан ауылы . 10.09.2018
6 сентябрь көнө 2018 йыл Юлдаш радиоһынан бер журналист һылыуҡайҙың Сәсәндәрҙе диуаналар араһынан эҙләү кәрәк тигән фекерен ишетеп тамам аптырауға ҡалдым. Сәсәндәр - үҙҙәренең ялҡынлы телмәре менән халҡына дәрт һәм рух өҫтәп, үҙҙәре халыҡтан айырылмайынса әҙ генә алдан атлап үҙ артынан эйәртеүселәр, халҡының телен , үҙенең илен, ерен, динен яҡлап шиғри телдәге әҫәрҙәр тыуҙырыусылар- Ижадсылар, ә икенселәре улар ижад иткәнде үҙ оҫталығы менән халыҡҡа еткереүселәр. Сәсәндәр – улар ғәҙеллек, дөрөҫлөк өсөн көрәшеүселәр, тик улар бер ҡасан да диуана, иҫәр булмағандар. Киреһенсә, сәсән ижадтары – халыҡ тормошоноң көҙгөһө ул! Улар ижады – халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы. Сәсән ижадтарын да нәшриәттә баҫтырып сығарыу яғына таба ла аҙымдар яһалһын ине! Миндә 30 кешенең ижады тупланған 2016 йылғы Айҙар Байыҡ сәсән исемендәге интернет бәйгенең үҙ көсөбөҙ менән 100 генә дана китап итеп баҫтырылған Халыҡ ынйылары китабының электрон варианты бар. Әҙәбиәтебеҙ тағы ла сағыуланыу яғына китер ине! Халҡыбыҙ хәҙерге заманда ижад итеүсе сәсәндәр ижады менән танышыр ине. Әлеге ваҡытта халыҡ араһындағы сәсәндәр ижадына битараф булмай иғтибар бүлә башлаған Республика халыҡ ижады үҙәгенә, Республика Сәсәндәр үҙәгенә бик ҙур рәхмәттәремде еткерәм. Фәүзиә Ҡотлогилдина –АЛТЫНБИКӘ –Халыҡ сәсәне.
КЕМ УЛ СӘСӘН? Аңлатыу
Үҙ халҡынан айырылмай Уның менән барыусы, Бер кем үтмәгән ерҙәрҙән Башлап юлдар ярыусы, Кәрәк ерҙә күпер төҙөп Баҫма булып ятыусы, Халҡына ауыр сағында Уға кәрәк булыусы, Милләтенең теле тиеп, Көнө тиеп яныусы, Һүнеп барған йөрәктәргә Осҡондарын һалыусы, Һулып барған сәскәләргә Ямғыр булып яуыусы, Үҙ телендә халҡы өсөн Көйлө юлдар яҙыусы, Туғандары, дуҫтарына Иғтибарлы булыусы, Үҫеп килгән йәш быуынға Шиғри орлоҡ сәсеүсе Ҡулынан ҡәләм төшмәгән Бик тә Яҡшы ижадсы, Шул булалыр ул Сәсән! Шул булалыр ул Сәсән! Халҡына бүләк итергә Сәскәләр үҫтереүсе, Күңелендәге хистәрҙе Йәшермәйсә бүлеүсе, Алда ниҙәр буласағын Әүлиәләй күреүсе, Үҙенең яҙыуы менән Йәшәргә көс биреүсе, Күңелдәрҙең йоҙаҡтарын Оҫта аса белеүсе, Ауырыған күңелдәргә Шифа тынын өрөүсе, Яҡшылыҡтан, матурлыҡтан Рухи донъя төҙөүсе, Һүҙ тигән оло ниғмәттең Тылсым серен белеүсе, Балаһына, ейәненә Үҙ телен өйрәтеүсе, Ошо турала һәр ваҡыт Иҫтәргә төшөрөүсе, Тыуған ерен, үҙе динен Йәндәй күреп һөйөүсе, Әҙәп , әхлаҡ, иман менән Үҙ донъяһын көтөүсе, Үҙе белеп кенә ҡалмай Башҡаларға әйтеүсе, Үҙ йөрәген халҡы өсөн Янған усаҡ итеүсе, Ғәҙеллеккә өндәүсе, Шул булалыр ул Сәсән! Шул булалыр ул Сәсән!
Халҡына бүләк итергә Сәскәләр үҫтереүсе, Күңелендәге хистәрҙе Йәшермәйсә бүлеүсе, Алда ниҙәр буласағын Әүлиәләй күреүсе, Үҙенең яҙыуы менән Йәшәргә көс биреүсе, Күңелдәрҙең йоҙаҡтарын Оҫта аса белеүсе, Ауырыған күңелдәргә Шифа тынын өрөүсе, Яҡшылыҡтан, матурлыҡтан Рухи донъя төҙөүсе, Һүҙ тигән оло ниғмәттең Тылсым серен белеүсе, Балаһына, ейәненә Үҙ телен өйрәтеүсе, Ошо турала һәр ваҡыт Иҫтәргә төшөрөүсе, Тыуған ерен, үҙе динен Йәндәй күреп һөйөүсе, Әҙәп , әхлаҡ, иман менән Үҙ донъяһын көтөүсе, Үҙе белеп кенә ҡалмай Башҡаларға әйтеүсе, Үҙ йөрәген халҡы өсөн Янған усаҡ итеүсе, Ғәҙеллеккә өндәүсе, Шул булалыр ул Сәсән! Шул булалыр ул Сәсән! Халҡының ғөрөф-ғәҙәтен Йолаларын яҡлаусы, Уларҙы күҙ ҡараһылай Киләсәккә һаҡлаусы, Ҡөръәндә яҙылғандарҙы Тормошта башҡарыусы, Заманының һәр һулышын, Тын алышын тойоусо, Батырҙарға һандалында Һүҙҙән ҡылыс ҡойоусо, Үҙе йәшәгән ерендә Юҡтан барҙы ҡороусо, Милләтенә һәр саҡта ла Ныҡлы терәк булыусы, Әйтергә теләгәндәрен Шиғри юлға һалыусы, Заман менән барыусы Һүҙе менән арбаусы, Бына кем булған Сәсән! Бына кем була Сәсән!
Өҫтәп һәләттәре булһа, Башҡарыусы һәм йырсы! Думбырасы,ҡурайсы, Сәсән – тәү Һүҙ оҫтаһы! Сәсән иң тәү Ижадсы! Бына кем була Сәсән! Бына кем булыр Сәсән! Фәүзиә Ҡотлогилдина – АЛТЫНБИКӘ
СӘСӘНДӘР /Йыр/
Фәүзиә Ҡотлогилдина һүҙҙәре Гүзәл Үлмәҫҡолова көйө һәм башҡарыуында
Ырыуына ауыр булған саҡта Халҡым сәсәндәрен тыуҙырған, Тыуҙырған да үҙ милләте күген Шифа ямғырҙарҙан яуҙырған.
Ҡуш:Сәсәнлек – ул тыуған ерең һөйөү, Сәсәнлек – ул Аллаһ бүләге, Сәсәнлек ижады - ул халҡымдың Күкрәгендә тибер йөрәге.
Үҙе ҡәүеменә юл күрһәтеп Алға әйҙәп килгән сәсәндәр, Улар заманының рух байлығын Халыҡ күңеленә сәскәндәр..
Ҡуш:Сәсәнлек – ул тыуған ерең һөйөү, Сәсәнлек – ул Аллаһ бүләге, Сәсәнлек ижады - ул халҡымдың Күкрәгендә тибер йөрәге.
Сәсәндәрҙең сәскән орлоҡтары Уңдырышлы ергә төшһөндәр, Тамыр йәйеп халҡым күңелендә Һөйөү, иман булып үҫһендәр!
Ҡуш: Башҡортомда һәр саҡ сәсән булған, Сәсәндәр бар! Һәр саҡ буласаҡ! Сәсән ижадтары үҙ милләтен Алға ғына әйҙәп торасаҡ! Фәүзиә Ҡотлогилдина - АЛТЫНБИКӘ
|